Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2016, 18:53

Үҙәктә - бала яҙмышы

Ошо көндәрҙә Бөрйән район хакимиәте янындағы бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссия “Бала яҙмышына ҡағылыу” тигән кәңәшмә үткәрҙе.

Унда район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А. Әлибаков, БР Мәғариф министрлығының етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу буйынса республика үҙәгенең Ишембай филиалы директоры Р. Бәхтийәрова,ошо үҙәк тең педагог-психологы А. Ҡантимерова, социаль психологы Д. Сөләймәнова,ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, педагогтар, профилактика системаһы органдары һәм учреждениелары белгестәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, ауыл старосталары, полиция хеҙмәткәрҙәре – йәмғеһе 110 кеше ҡатнашты.

Сараның маҡсаты бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, йәмғиәт ҡанундарына тап килмәгән ғәмәлдәрҙе, суицидты профилактикалау юҫығында тәрбиәүи эштәрҙе көсәйтеү, балаларҙы уларға ҡарата ҡаты мөғәмәлә һәм көс ҡулланыуҙан яҡлау, ауыр тормош хәлендә ҡалыусы балаларҙың законлы мәнфәғәттәрен яҡлау ине.

Л. Бәхтийәрова “Бәлиғ булмағандар хоҡуҡтарын һаҡлау һәм яҡлауҙа ведомство-ара бәйләнеште нығытыу һәм социаль етемлекте профилактикалау” темаһына доклад яһаһа, А. Ҡантимерова “Үҫмерҙәрҙең суициды тураһында беҙ нимә белергә тейешбеҙ” темаһына сығыш яһаны, тренинг үткәрҙе.

Д. Сөләймәнова үҙәктең дөйөм эше менән таныштырҙы, Бөрйән район хакимиәте янындағы бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһында иҫәптә торған ата-әсәләр менән индивидуаль әңгәмә үткәрҙе – ошоноң яҙма һөҙөмтәһе киләсәк.

Шулай уҡ Иҫке Собханғол урта мәктәбе психологы Нурия Ырыҫйәноваға методик ярҙам күрһәтелде.

Кәңәшмә эшлекле шарттарҙа үтте, балалар менән эште яҡшыраҡ көйләү маҡсатында уҡыусылар өсөн дә, белгестәр өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә көсөргәнешле мәлдәрҙә, ауыр саҡтарҙа кәңәштәрен тоторлоҡ памяткалар таратылды.
Читайте нас: