Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2016, 19:41

Юл һалына Кепескә

Иҫке Монасип ауылының халыҡ телендә Кепес тип йµрµтµлгән яғына ҡарай тау башында юл һалынып ята. Ҡыш µҫтµндә лә техника тауышы тынмай: батҡаҡ йырып КамАЗ-дар үкерә, экскаваторҙар тау битен “кимерә”.

Бµрйән юл тµҙµү-ремонтлау идаралығының баш инженеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Динис Хәлитов та – беҙҙең менән. Участка мастеры Игорь Хәкимов – ҡара таңдан эш урынында – кµйһµҙµн кµйләп, эштә µҙµклµк булмаһын, тип тырышыуҙары йәш белгестәрҙең.

- Август башынан эш башланыҡ. Ике урында газүткәргесте күсерергә тура килде. 7 сентябрҙән башлап бер ай тирәһе юл һалынасаҡ ерҙең ағасы ҡырҡылды. Бµгµн “Башавтодор”ҙың филиалдарынан ярҙамға килгән техникалар ҙа объектта эшләй – йәмғеһе 27 берәмек техника. Егеттәр ике сменала эшләй. Ошо кµндәрҙә бульдозерҙар, ер туңһа, КамАЗ-дар ҙа ике сменаға күсәсәк. Юлдың дµйµм оҙонлоғо 5 км 331 метр булһа, шуның 2 км 700 метры – бµрйәндәрҙең µлµшµ. Мастерҙар – Игорь Хәкимов менән Наил Теләүбаевтар алмашлап эшләй. Башҡа райондарҙан филиал эшселәре техникаһы менән килеп тора-ҡайтып тора. Юл 15 декабргә тапшырылырға тейеш. Техникалар боҙолоп-боҙолоп алһа ла, эштә µҙµклµктәргә юл ҡуйылмай. Һауа торошо ғына эшебеҙгә үҙ коррективаһын индерә – ямғыр тиҙлекте тотҡарлай – батмаҫ µсµн КамАЗ-дар үҙҙәренә урау юл һалып алырға мәжбүр, ә был алтын ваҡытты ала.


Бµгµн ер полотноһы күтәрелә, аҙаҡ Белорет филиалы участкаһында етештерелгән фракциялы ҡырсын түгеләсәк. Белореттар юлды ла эшләй, ҡырсынташ та етештерә. Объекттың генераль подрядсыһы – Бµрйән ДРСУ-һы, субподрядсыһы – Белорет ДРСУ-һы. Белореттар 2 км 600 метр юлды эшләй, тау шартлатыу ¤фµнµң “Магистраль” ЯСЙ-һы µҫтµндә. Кисәге кµнгә тиклем 4 шартлатыу булды. Бµгµн тағы бер шартлатыу кµтµлә.

“КомЭнергоСервис” 5 урында электр линияһын күсерә. Элемтәселәр бер урында элемтә кабелен күсерҙе, бер урында юғары баҫымлы газ үткәргесте күсереү кәрәк булды. Әле 9 тимер-бетон торба һалынды, уларҙың 4-еһе – монолит, 4-еһе йыйма фундаментта. Белорет участкаһында аварияға ҡаршы съезд ҡаралған – шартлатыу эштәре бµткәс ошоға тотонасаҡтар. Тауҙың текә ере шартлатылып, “кәштә” эшләнәсәк.

Бµгµн юл эшендә 40-лаған кеше эшләй. Эшселәр Иҫке Монасиптағы ике йортта йәшәй. Ашнаҡсылар бар, ашатыу ойошторола. Беҙгә µҙµклµктәргә юл ҡуймаҫҡа, тырышырға, билдәләнгән ваҡытҡа юлды тапшырырға ғына ҡала, - ти Бµрйән ДРСУ-һының баш инженеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Динис Ғайса улы Хәлитов.

Эйе, ҙур тµҙµлµш майҙанын хәтерләткән районыбыҙҙа барған күләмле эштәрҙең береһе генә әле был юлды һалыу.

Хµкүмәтебеҙҙең юл аҙабы халыҡҡа гүр ғазабы булмауын хәстәрләүенә елле бер дәлил.
Читайте нас: