Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2016, 19:46

Уяулыҡ һәр саҡ кәрәк

Күптән түгел район хакимиәтенең ултырыштар залында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса район комиссияһының предприятие, учреждение һәм ойошма етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары ҡатнашлығында сираттағы ултырышы үтте.

Уны комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Н. Сафин алып барҙы.

Көн тәртибенең беренсе мәсьәләһе - ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә Бөрйән звеноһы яуаплы кешеләренең белемдәрен камиллаштырыу буйынса А. Хоҙайғолов сығыш яһаны. Н. Сафин көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек һәм ауылдарҙа янғын хәүефһеҙлеген көсәйтеү, ут сығыуҙы иҫкәртеүгә айырым иғтибар биреү кәрәклеге тураһында һөйләне.

Янғын хәүефһеҙлеге сараларына ярашлы, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе тәүге урынға ҡуйылырға тейеш, тине янғын һүндереү часы начальнигы Ш. Хәкимов. Шуға ярашлы, янғын һүндереү өсөн кәрәкле булған гидранттарҙы һәм уларға килеү юлдарын әҙерләп, тикшереп тороу кәрәк, тип иҫкәртте. Янғын һүндереү машиналары, мотопомпаларҙың торошо һәм ҡышҡы осорға әҙерлеге хаҡында отчет бирҙе. Бынан тыш, ауылдарҙа янғын хәүефһеҙлеге буйынса төп талаптарҙы үтәү кәрәклеге, яңы йыл байрамын хәүефһеҙ һәм имен үткәреү буйынса мәсьәләләр ҡаралды.

Сығыштар тамамланғас, комиссия ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн барлыҡ етәкселәргә, ауыл хакимиәте башлыҡтарына һәм Бөрйән звеноһының яуаплы кешеләренә уҡыуҙар үткәреү, янғын һүндереү ҡоролмаларын һәм техникаларын ҡарап ремонтларға, уларҙы һәр ваҡыт әҙерлектә тоторға, һыуыҡтар башланмаҫ элек йылға буйҙарындағы һыу алыу урындарын ҡарап, барыу өсөн юлын таҙартырға, кәрәк булһа тәрәнәйтеп ҡаҙырға, һыу алыу урындарына һәм гидранттарға барыу өсөн күрһәткестәрҙе яңыртыу, ауыл хакимиәте башлыҡтарына Яңы йыл байрамында дежурлыҡ ойоштороу, тейешле органдар менән берлектә һатыу нөктәләрендә пиротехник әйберҙәрҙе дәүләт стандартына ярашлы һаҡланамы-юҡмы икәнлеген тикшереү кәрәклеге тураһында һ.б. ҡарарҙар сығарҙы.

Ултырыш һуңында халыҡ именлеген һаҡлау маҡсатында башҡарылырға тейешле бөтә сараларҙы ла ваҡытында үтәп сығыу мотлаҡ, тип билдәләнде.
Читайте нас: