Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2016, 19:45

Иң мөһиме – проблемалар хәл ителһен

Район хакимиәтенең акттар залында БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте.

Уға төрлө һорауҙар менән биш кеше мөрәжәғәт итте. Ҡабул итеүгә килгән граждандарҙы урамдарҙы яҡтыртыу, Әбделмәмбәт ауылына газ үткәреү, күптән хәл итеүҙе талап иткән Иҫке Собханғол ауылындағы сүп-сар түгеү урынын тәртипкә килтереү кеүек һорауҙар борсой.

Министр урынбаҫары Альфред Зәки улы мөрәжәғәттәрҙе иғтибар менән тыңлап, һәр мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе, улар буйынса уртаҡ ҡарарҙар ҡабул ителде.
Читайте нас: