Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2016, 19:52

Ҡаҙ өмәһе - ауылдарҙа

Көҙҙө, бушҡа ғына, муллығ, байлыҡ, осоро типмәйҙәр. Баҡсаларҙа үҫтергән уңышты йыйып урынлаштырып бөтөүгә, кәртәләрҙә һуғымлыҡтар һимерә, ихаталарҙа үҙ сираттарын көтөп ҡаҙҙар ҡаңғылдаша.

Ғәҙелгәрәй ауылында ла халыҡ күпләп мал аҫрай, тауыҡ, ҡаҙ-өйрәк һатып алып үҫтереүселәр ҙә етерлек. Рәмзиә, Маһира, Нәфиса, Миңлегөл апайҙар, Гөлсирә, Йәмилә, Фәимә, Гөлшат, Илүзә, Гөлназ һәм башҡа уңғандар йыл да ҡош-ҡорт үҫтермәй ҡалғандары юҡ.

Ваҡ төйәк эштәрҙе теүәлләп, һалҡындар төшә башлау менән ауылда һуғым һуйыу һәм ҡаҙ өмәләре башлана. Һәр ғаиләлә бер баш эре мал һуйыла, ҡош-ҡорт таҙартыла.

Күпләп ҡош-ҡорт үҫтереүсе Гөлназ һәм Сәлим Ишморатовтарҙың баҡсаһы гөр килеп торҙо- уларҙа ҡаҙ өмәһе ойошторолдо. Өмәгә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ағинәйҙәр саҡырылды. Доғалар уҡып теләктәр әйткәндән һуң, ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙҙарҙы тоторға сыҡтылар. Өй хужаһы һәм Наил Исхаков ҡаҙҙарҙы салып торҙолар. Егәрле ҡатын-ҡыҙҙар һә тигәнсе ҡаҙҙарҙы йолҡоп та бөттөләр. Ҡаҙ йолҡоуҙа бер кем дә бирешмәне, сөнки был эш бер кемгә лә ят түгел. Эстәрен, баш-тәпәйҙәрен таҙалап бөткәс, ҡаҙҙарҙы Һарылы йылғаһына алып барып сайҡаттылар. Эш ваҡытында ла, сәй табыны артында ла күңелле йырҙар, уйын-көлкә, ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр гөрләп торҙо.

Уңған хужабикә Гөлназ килен менә һеңлеһе Гөлнара өмәселәрҙе тәмле ҡаҙ бәлешә, ҡаҙ һурпаһы менән һыйланылар, оло эштәрҙе башҡарыуға ярҙамлашҡандары өсөн оло рәхмәттәрен әйттеләр.

Бер-береһе менән һөйләшеп, рәхәтләнеп күңел асып таралыштылар өмәселәр, ҡаҙ өмәһенән.

«Халҡыбыҙҙың матур йолаларын онотмайыҡ, уларҙы тергеҙеү өҫтөндә бергәләп эшләйек»- тигән теләктәрен дә еткерҙеләр ағынәйҙәр мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә. Был сараны музыкал яҡтан биҙәүсе Хәмит Тимербаевҡа ла матур кәңәштәрен әйттеләр.

Илдә көрсөк, эшһеҙлек тиһәләр ҙә, тырыштар ауылда ла мул йәшәйҙәр. Гөлназ килендең өҫтәле ризыҡтан һығылып тороуы, донъяһының етешлеге быға асыҡ миҫал. Һәммәбеҙгә ла шулай муллыҡта, тыныслыҡта, бер-беребеҙ менән татыу йәшәргә яҙһын. Ауылдарҙа өмәләр гөрләп торһон.
Читайте нас: