Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. 1715 йылда батша Петр Беренсе йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү маҡсатында айырым хеҙмәт булдыра һәм уны полиция тип атай. Район эске эштәр бүлегенең тарихы район тарихынан айырылғыһыҙ. Милиция бүлексәһе 1930 йылда Бөрйән районы барлыҡҡа килгәс булдырылып, беренсе начальник итеп Байғаҙы ауылынан Мәхмүтдин Ғөбәйҙуллин тәғәйенләнә. Бөгөн иһә Рәсәй Эске эштәр министрлығының район бүлеге менән полиция подполковнигы Хафиз Һиҙиәтов етәкселек итә.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, участка, оператив, миграция хеҙмәте, тәфтиш һәм башҡа бүлектәрҙә аттестацияны уңышлы үткән 60 хеҙмәткәр район халҡы хәүефһеҙлеге һағында тора. Бынан тыш тағы ла 9 кеше эшләй.
Бөрйән эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре профилактик эштәргә, операциялар, махсус рейдтар үткәреүгә ҙур иғтибар бирә, граждандарҙың хоҡуғын һәм милкен һаҡлау, енәйәтселек менән көрәш буйынса үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы ышаныслы үтәй. Ағымдағы йылдың 10 айында район буйынса 159 енәйәт теркәлгән, былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда 38 осраҡҡа кәмерәк.
Енәйәт боҙоуҙарҙың иң күбе урлашыу, законһыҙ ағас ҡырҡыу һәм ғаиләләге янъялдар буйынса. Аңлы рәүештә кеше үлтереү осрағы юҡ, үкенескә күрә, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында 2 кеше үлтереү осрағы теркәлгән, енәйәт эштәренең икеһе лә асыҡланған.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары йышайыуы ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Һуңғы 10 айҙа ғына дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2135 (+783) административ хоҡуҡ боҙоусы теркәлгән. Шуларҙың 111-е (+16) иҫерек килеш руль артына ултырһа, иҫерек килеш икенсегә эләгеүселәр 17 (+10), хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаусылар - 258 (+103), водитель танытмаһы булмай тороп транспорт йөрөткән 66 (+28) кеше тотолған.
Участка уполномоченныйҙары үҙҙәре хеҙмәтләндергән административ участкала йәшәүсе граждандар менән даими бәйләнештә эшләп, уларҙың һәр мөрәжәғәте буйынса аныҡ эш алып бара. Улар тарафынан 365 протокол төҙөлгән. Хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күбеһе спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға һәм уны һатыуға бәйле.
Ошо ябай һандар полиция хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте тынғыһыҙ булыуы хаҡында һөйләй. Бүлектә район халҡы ышанысын, ихтирамын яулау өсөн оҙаҡ йылдар тырышып эшләүсе хеҙмәткәрҙәр: ЮХХДИ бүлексәһенең ваҡытлыса начальнигы, полиция капитаны Виктор Ишимов, дознание төркөмө начальнигы, полиция капитаны Гүзәл Шафиҡова, анализлау, планлаштырыу һәм контроль буйынса өлкән инспектор, эске хеҙмәт майоры Гөлнара Ырыҫбаева, участка уполномоченныйы, полиция лейтенанты Илдар Дәүләтбаев, ваҡытлыса тотоу изоляторы начальнигы, полиция майоры Хәлит Әминев, оператив дежурный ярҙамсыһы, полиция старшинаһы Фаяз Ҡунафин, миграция бүлеге начальнигы, полиция майоры Олег Ғәлиев, өлкән тәфтишсе, юстиция лейтенанты Ринат Хәсәнов, участка уполномоченныйы, полиция капитаны Зәбир Ғарифуллин һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең намыҫлы эше менән бүлек ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтә.
Эйе, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт һөнәри оҫталығы, тәрән яуаплылыҡ тойғоһо, фиҙәкәрлек һәм батырлыҡтары менән билдәле. Нәҡ улар тырышлығы менән һәр ерҙә тәртип булдырыла, килеп сыҡҡан проблемалар яйға һалына. Уларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ауыр һәм яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.