Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2016, 19:59

Хеҙмәттәре - халыҡҡа

Бөгөнгө тормошто банктарһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын – хәҙер күпселек кредиттар менән йәшәй. Мәғлүм булыуынса, банктар аҡса биреү-алыу менән генә шөғөлләнмәй, халыҡҡа заманға ярашлы бихисап хеҙмәт күрһәтә.

Рәсәйҙә иң боронғо һәм бай тарихлы, шул уҡ мәлдә халыҡ ышанысын яулаған һаҡлыҡ банкы ошо көндәрҙә үҙенең 175 йыллыҡ оло юбилейын билдәләй. Был, әлбиттә, аҙ ғүмер түгел. Һаҡлыҡ банкыһының тарихы император Николай I барып тоташа – 1841 йылдың 12 ноябрендә (иҫке стиль буйынса 30 октябрҙә) Николай батша “һаҡлыҡ кассалары аша етешһеҙ йәшәгән халыҡ ҡатламына тоғро һәм уңайлы ысул менән аҡсаларын һаҡлау һәм ҙур булмаған суммаларҙы проценттарын арттырып һаҡлау өсөн” Рәсәйҙә һаҡлыҡ кассаларын булдырыу тураһында Указ сығара.

Рәсәйҙә һаҡлыҡ банкыһының барлыҡҡа килеүе яңы иҡтисади мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килеү эпохаһы менән бәйле. Әйткәндәй, “Банк” һүҙенең тамырҙары итальян телендәге “лавка”, “эскәмйә”, “конторка” тигән һүҙҙәргә барып тоташа – улар артында боронғо кешеләр бер нәмәһен икенсегә алмаштырыу менән шөғөлләнгән.

Рәсәй һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостан бүлексәһенең Иҫке Собханғолдағы №8598/0318 махсуслаштырылған өҫтәлмә офисын бөгөн хеҙмәтләндереү буйынса әйҙәүсе менеджер Ишдәүләтова Оксана Самат ҡыҙы етәкләй. Банк хеҙмәттәрен хеҙмәтләндереү буйынса өлкән менеджерҙар Ләйлә Ишҡолова, Ғәлиә Хәлитова, Зиниә Мөбәрәковалар күрһәтә.

29 июндә банк “Ҡыпсаҡ” сауҙа үҙәгенә күсеп эш башланы. 150 кв.метр майҙанды биләгән заманса бинала хеҙмәткәрҙәргә лә, клиенттарға ла уңайлы – клиенттарҙың көтөп ултырыу бүлмәһе бик иркен һәм яҡты, элекке кеүек ҡыҫынҡы түгел. Банкҡа килгән халыҡ үҙ сиратын көтөп йомшаҡ креслоларҙа ултыра, бинала кондиционер, тәүлек әйләнәһенә эшләүсе банкомат, физик шәхестәр өсөн онлайн режимындағы һаҡлыҡ банкы эшләй.

Оксана Самат ҡыҙы әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәр сифатлы эшләһен өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған - кейенеп-сисенеү, сәй эсеү һ.б. бүлмәләр бар.

Банк хеҙмәткәрҙәре көнөнә уртаса 100 клиентты ҡабул итә. Халыҡ пенсия алған көндәрҙә ҡабул итеүҙәр тағы ла арта.

Банкта иң оҙаҡ эшләгән хеҙмәткәр – Зиниә Фәсхетдин ҡыҙы (2005 йылдан), Оксана Самат ҡыҙы - 2008 йылдан, Ләйлә Булат ҡыҙы 2 йылдан ашыу эшләһә, Ғәлиә Иршат ҡыҙы был өлкәлә йылдан артыҡ көс түгә.

әш коллективтың төп бурысы – халыҡты тиҙ һәм сифатлы хеҙмәтләндереү, ти икән Оксана Самат ҡыҙы, был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар, сөнки бөгөн күбебеҙ ошо хеҙмәтһеҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай.
Читайте нас: