Хөрмәтле полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!
Хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау – дәүләтебеҙҙең мөһим бурысы, уны уңышлы үтәү йәмғиәтебеҙҙең тотороҡлоғон, илебеҙҙең ныҡлы үҫешен, граждандарҙың тыныслығын һәм именлеген тәьмин итә. Ә инде законға ярашлы ғәҙеллек урынлаштырыу – полиция хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр бурысы.
Районыбыҙҙың полиция бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә еңел булмаған хеҙмәтен үтәй. Был һөнәр уларҙан ҡыйыулыҡ, фиҙакәрлек, барлыҡ граждандарға ҡарата мәрхәмәтле мөнәсәбәттә булыуҙы, уларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы талап итә. Хоҡуҡ һағындағылар киләсәктә лә йәмғиәт һәм халыҡ алдындағы бурыстарын намыҫлы атҡарып, эштәрендә тағы ла яҡшы күрһәткестәргә ирешеп, районыбыҙҙа тырышып тәртип һаҡлар, тыныслыҡ тәьмин итерҙәр, тип ышанам.
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныслыҡ һәм Ватан өсөн хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
А.Әлибаков, муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.