Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2016, 20:21

Уңыш башы – тырышлыҡ

Әтек мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Алғазина Розалия Рәхим ҡыҙы быйыл үҙенең һөнәри байрамын БР Хөкүмәт йортонда үҙе кеүек үк бәхетле 33 педагогик конкурстар еңеүсеһе менән бергә ҡаршыланы – республикабыҙҙың алдынғы уҡытыусыларына федераль бюджеттан 200 меңәр һумлыҡ премия тапшырылды.

Башҡортостандың мәғариф ветерандарын, республиканың халыҡ уҡытыусыларын, педагогик династиялар вәкилдәрен билдәләп баһалаған был матур сарала беҙҙең район уҡытыусыһының да булыуы – икеләтә ҡыуаныс.

Үҙ эшенә мөкиббән бирелеп эшләгән Розалия Рәхим ҡыҙы был уңыштарға бер көндә генә ирешмәгән. Тырышлыҡ һөҙөмтәһе булған ырыҫлыҡ артында иҫәпһеҙ ваҡыт, һөнәри яҡтан камиллыҡҡа ынтылыш, уҡыусылары менән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашыу, уҡытыу-тәрбиә эшендә яңы, заманса алымдарҙы ҡулланыу, үҙ һөнәрен барыһынан да өҫтөн күреп яратыу ята.

Розалия Алғазинаның күп уҡыусылары фәндәрҙең кесе академияһында (МАН) район еңеүселәре булған. Мәҫәлән, 2016 йылда Хәкимов Дамир – призер, Иҙрисова Зөбәржәт “Әҙәбиәт картаһы” конкурсында – 1-се урын, Татлыбаев Сынтимер – МАН еңеүсеһе- 2015, ул йәнә ошо йылда рус теленән олимпиада призеры, Фәйзуллина Резеда - 2015 йылда “Урал батыр”эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһендә “Сая сәсән” номинацияһында еңеүсе, Хөсәйенова Розалия 2015 йылда Бөтә РӘсәй ижади эштәр конкурсыында – 3-сө, ошо уҡ конкурста Татлыбаев Сынтимер 2-се урын яулаған.

Республика кимәлендәге конкурс-ярыштарҙа ла алдыра әтектәр: 2015 йылда Татлыбаев Сынтимер рус теленән олимпиадала 2-се урын яулаһа, фәндәрҙең кесе академияһы сиктәрендә үткәрелгән эҙләнеү-тикшеренеү конкурсында еңеүсе булған. 2012 йылда Алғазина Илмира ошо конкурстың призеры булһа, быйыл Хәкимов Дамир 2-се урын яулауға ирешкән.

Алғазина Илмира 2014 йылда Рәсәй күләмендәге “Йәшлек. Фән. Мәҙәниәт – Башҡортостан – 2014” Бөтә Рәсәй конференцияһы лауреаты булған, Хәкимов Дамир студенттар, магистрҙар араһында үткән “ Фән башы” Бөтә Рәсәй конкурсында 1-се урын яулаған.

22 йыл педагогик стажы булған уҡытыусы тәүҙә – Белорет педагогия училищеһын, унан БДПУ-ны тамамлаған. Быйыл “Йыл уҡытыусыһы – 2016” район конкурсында 2-се урын яулауы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.

- 9-сы синыфта уҡығанда уҡ пионервожатый булып эшләнем. Уҡытыусы һөнәрен мин йөрәк ҡушыуы, күңелем талабы буйынса һайланым һәм яңылышманым, ти икән юғары категориялы белгес – уның һүҙҙәре хаҡ, сөнки республика , Рәсәй кимәлендәге уңыштарға үҙ эшеңде ысын күңелдән яратып башҡармайса ирешеп булмай.
Читайте нас: