Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2016, 20:27

Дингә ҡағылышлы закондарҙа – үҙгәрештәр

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында диндарҙар йыйылып дингә ҡағылышлы закондарға үҙгәрештәр менән танышты, артабан дини эштәрҙе ошо законға ярашлы нисек ойоштороу хаҡында һөйләште. Ул сарала райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмдйәнов та ҡатнашты.

2016 йылдың 24 июнендә РФ дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителгән “Терроризмға ҡаршылыҡ күрһәтеү тураһында” Федераль законына һәм РФ айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индерелде. Был “Яровая законы” (Яровая пакеты) тип аталған закон ошо исемен РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Яровая, Пушкова һәм сенатор Озеров ҡатнашлығында ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелеүе арҡаһында алды. Ябай тел менән әйткәндә законға үҙгәрештәр нимәнән ғибарәт, Рәсүл Ғәли улы менән әңгәм ошо хаҡта.

- РФ ҡануниәтенә терроризмға ҡаршы төҙөтмәләр индереү йәмғиәттә киң ҡыҙыҡһыныу тапты. Законға үҙгәрештәр индереүҙең төп маҡсаты – терроризмды профилактикалау, уның булыуын минималләштереү. Урындағы үҙидаралыҡ властары менән беҙ бергә эшләргә, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға (кеше аңына терроризм идеяларының шул тиклем мәкерле һәм йәшәйешебеҙ өсөн ҙур афәт икәнен һеңдереп) тейешбеҙ.

1997 йылдың 26 сентябрендә сыҡҡан №125-ФЗ “Намыҫ азатлығы һәм дини ойошмалар тураһында” федераль законына ла үҙгәрештәр инде Унда: “ Дини ойошма сығарған әҙәбиәт, баҫма һәм аудио-,видеоматериалдар, һәм улар исеменән миссионерлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн сыҡҡан материалдарҙа әлеге дини ойошманың рәсми тулы исеме яҙылған маркировкаһы булырға тейеш”,-тиелә. Йәғни хәҙер дини әҙәбиәтте теләһә кем сығара алмай.

Әлеге үҙгәрештәр индерелгән закондың 20-се статьяһы, 2-се пунктында “дини ойошмалар һөнәри дини эшмәкәрлекте, шул иҫәптән миссионерлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырыу маҡсатында әлеге ойошмалар менән хеҙмәт килешеүе йәки гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә сит ил граждандарын саҡыра ала”-, тиелә.

Әлеге закон буйынса” миссионерлыҡ эшмәкәрлеге тип дини ойошманың әлеге дини ойошма ағзалары булмаған кешеләр араһында ( уларҙы үҙ дини ойошмаһына йәлеп итеү маҡсатында) дин нигеҙҙәре хаҡында мәғлүмәт тараратыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек атала “. Был эште дини ойошмалар йәки улар вәкәләт биргән граждандар йәки юридик шәхестәр йәмәғәт араһында киң мәғлүмәт саралары, “интернет” селтәре йәки башҡа законлы ысулдар меннә атҡара ала.

Миссинерлыҡ эше дини биналарҙа (мәсет, сиркәү), шулай уҡ ошондай биналар урынлашҡан ерҙәрҙә (мәҫәлән, мәсет биләмәһендә, ихатаһында), дини ойошмалар милкендә торған биналарҙа, хаж ҡылыу урындарында, зыярат һәм крематорийҙарҙа, дини йолалар үткәреү өсөн тарихи яҡтан файҙаланылған белем биреү ойошмаларының биналарында бойомға ашырыла.

Миссионерлыҡ эшен торлаҡ биналарҙа үткәреү тыйыла.(иҫкәрмә:булараҡ әлеге Федераль закондың 16-сы статьяһының 2-се бүлеге тора). Йәғни, әлеге закон билдәләгәнсә, хәҙер рәсми теркәлгән дини ойошма вәкилдәренән тыш берәү ҙә дин тураһында һөйләп, башҡаларҙы дингә ылыҡтырыу маҡсатында мәсеттәрҙән тыш ерҙә дәғүәт эштәре алып бара алмай. Был йәш-елкенсәк төрлө секталарға, дөрөҫ юҫыҡта булмаған дини ағымдарға эйәреп китмәһен өсөн эшләнгән.

Закон менән тағы дини ойошмалар үҙҙәренеке булмаған башҡа дини ойошмаларҙың биналарында, ерҙәрендә әлеге ойошма етәкселегенән яҙма рөхсәт алмай тороп үҙенең дине хаҡында мәғлүмәт тарата алмай. Йәғни, элек ниндәйҙер мулла-имамдар, ҡырҙан килгән диндарҙар теләһә ниндәй мәсеткә инеп, кешене йыйып дәғүәт эштәре алып бара, дәрестәр үткәрә алһа, хәҙер был рөхсәт ителмәй.

242-се статьяла миссионерлыҡ эшенең нисек бойомға ашырылыуы хаҡында яҙылған Унда: “ Дини төркөм исеменән миссионерлыҡ эшен бойомға ашырыусы граждандарҙың уларға дини төркөмдөң дөйөм йыйылышы ҡарары менән уларға тейешле вәкәләттәр бирелеүе хаҡындағы документы булырға, унда әлеге ойошманың дәүләт теркәүе федераль органында рәсми теркәлгәнлеге, ҡасан барлыҡҡа килеүе, эш башлауы яҙылған булырға тейеш.

Миссионерлыҡ эшен әлеге дини ойошманың етәксеһе, уның коллегиаль органы ағзаһы йәки дини ойошманың хеҙмәткәре (имам, мәзин, священнослужитель) атҡара ала. Башҡа граждандар һәм юридик шәхестәр дини ойошма исеменән миссионерлыҡ эшен шул осраҡта ғына алып бара ала, әгәр уларҙа дини ойошма миссионерлыҡ эшен алып барырға рөхсәт биргән документ булһа ғына. Әлеге документта дини ойошманың берҙәм дәүләт реестрына индерелгәнлеге, федераль органда дәүләт теркәүе үтеүе хаҡында яҙыуы булырға тейеш.

Маҡсаттары һәм ғәмәлдәре законға ҡаршы килгән йәки эшмәкәрлеге суд тарафынан туҡтатылған дини ойошма исеменән миссионерлыҡ эше алып барыу тыйыла. Шулай уҡ йәмәғәт хәүефһеҙлеген һәм тәртибен боҙоуға, экстремистик эшмәкәрлекте бойомға ашырыуға, ғаиләне тарҡатыуға мәжбүр итеүгә йүнәлтелгән, кешенең шәхесенә, граждандарҙың хоҡуғы һәм азатлығына ҡағылған ,кешенең әхләгенә, һаулығына зыян килтереүгә йүнәлтелгән, наркотик һәм психотроп средстволар, гипноз, фәхешлек ҡулланыуға нигеҙләнгән, үҙ-үҙеңде үлтереүгә илткән, медицина ярҙамы алыуҙан баш тартыуға, мотлаҡ белем алыуҙан баш тартыуға килтергән, дини ойошма ағзаларын үҙ милкенән ойошма файҙаһына баш тартыуға килтергән миссионерлыҡ эшен алып барыу закон тарафынан тыйыла.

Миссионерлыҡ эшен намыҫ азатлығы, дин тотоу азатлығы һәм дини ойошмалар тураһындағы законды боҙоп атҡарҡандарға штрафтар бик ҙур: граждандарға – 5 мең һумдан 50 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә – 100 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем.

Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына ла үҙгәрештәр инде: Уның 22-се статьяһы 32-се бүлек меннә тулыландырылды:” Дини эшмәкәрлек алып барыу өсөн торлаҡ бинаны торлаҡ булмаған (нежилое помещение) бинаға әйләндереү тыйыла”

Закондың интернет бәйләнешенә лә ҡағылышлы үҙгәрештәре бар: интернеттағы мәғлүмәттәр бер йыл һаҡлана, текстар 6 айға тиклем.

Ҡыҫҡаһы, хәҙер дөйөм йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өҫтөндә тейешле органдар ныҡ эшләй. Экстремизм кеүек заман афәте беҙҙең тормошобоҙға килеп инмәһен, халыҡ унан имен булһын өсөн яңы закондар сыға, закондарға үҙгәрештәр инә.

Сибайҙағы ошо кәңәшмәнән һуң беҙ ҙә үҙебеҙҙең “Әбделмән” мәсетендә эште әүҙемләштерергә булдыҡ. Хәҙер аҙнаның алты көнөндә мәсеттә имамдар дежур итәсәк, йәкшәмбелә – мәхәллә ағзалары. Улар мәсеткә килгән йәмәғәткә имам булып 5 ваҡыт намаҙ уҡытасаҡ, дини йолаларҙы атҡарасаҡ(мәҫәлән, балаға исем ҡушыу, никах, уҡыу, аяттарға барыу йә барасаҡ кешене билдәләүһ.б.). Ҡыҫҡаһы, халыҡты ҡабул итеү рәсми төҫ алып, бының иҫәбе алып барыласаҡ. Хәҙер дини йолаларҙы (аят уҡыу, йыназа уҡыу, мәрхүмдәрҙе ерләү, никах уҡыу, балаға исем ҡушыу һ.б.) йолалар фәҡәт имам-мөхтәсиб, имам-хатибтар рөхсәте менән генә башҡарылырға тейеш. Ғөмүмән, шәриғәт закондары буйынса ла шулай: беҙ имамға буйһонорға, уға итәғәт итергә тейеш, сөнки дин эштәрендә хаос килеп сығыр ине. Хәҙер халыҡ аят-фәлән уҡытыр булһа, алдан мәсет менән бәйлнешкә инеп, шул-шул көндә имам йә мулла ебәрегеҙ, тип яҙып китә. Был үҙенә күрә тәртип тә.

Йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмай, билдәле. Был закондарға үҙгәрештәр индерелеүен дә штыкка ҡабул итеү кәрәкмәйҙер, бәлки. Бөтә нәмә Аллаһ ҡушыуы буйынса, Раббыбыҙ ихтыярында. Аллаһ – камил зат, Ул бөтө нәмәлә тәртипте ярата һәм беҙҙән ошоно талап итә. Дин мәсьәләһендә тәртипле булыу – заман талабы. Ошоға күмәкләп ирешһәк, өммәтебеҙҙә ныҡлы тәртип, үҙ-ара аңлашыу булдырһаҡ,

Аллаһ тарафынан бәхет һәм сәғәҙәт, бәрәкәт үҙе килер, иншАллаһ.

31 октябрҙә “Әбделмән” мәсетендә райондың имамдары өсөн үрҙә әйтелгән закондарға үҙгәрештәр индерелеүгә бәйле уҡыуҙар үтте – имамдар ошо үҙгәрештәр менән танышты, уларға ярашлы итеп мөхтәсибәттең эшен алып барыу хаҡында һөйләште.

“Әбделмән” мәсетенең телефоны: 3-55-56, Рәсүл хәҙрәт Мөхәмдйәнов: 8-9061093094.
Читайте нас: