Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2016, 20:25

Ағинәйҙәр – аҡ һәм хаҡ юлда

Бөрйәндә ни сыҡмаһын, ҡыпсаҡтарҙан сыға, тип әйтер инем мин. Ысынлап та, Әбделмәмбәт ауылы районда әүҙемлеге менән айырыла, халҡы күңелендә дәрт, яңылыҡтарға ынтылыш ташып тора.

Әбделмәмбәт мәктәбе Башҡортостаныбыҙҙа спорт һәм уҡыу буйынса алдынғылары, бөтә сараларҙың башында тороуы менән билдәле. Был, әлбиттә, мәктәп етәкселегенең оло хеҙмәте.

Республикабыҙҙа әүҙем, киң ҡарашлы, халыҡтың көнитмеше, эске донъяһы, рухи байлығы өсөн янып йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан ағинәйҙәр ойошмалары төҙөлә башлауға әллә ни күп ваҡыт та үтмәне. Был изге башланғысты беҙҙең районда әлеге лә баяғы ҡыпсаҡтар күтәреп алды. Улар район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина ярҙамы менән эшһөйәр, халыҡ араһында әҙәбе, тәртибе, иманлы булыуы, матур итеп донъя көтөүе менән абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған Әбделмәмбәт ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы төҙөп ебәрҙеләр һәм ең һыҙғанып эшкә тотондолар.

Уларға эйәреп, Байназар ағинәйҙәр ойошмаһы ла яҡшы ғына эшләп килә.

Уларҙың эштәре ниҙән ғибарәт һуң? Иң беренсе үҙебеҙҙең башҡортлоғобоҙҙо, тарихи үткәндәребеҙҙе, изге йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында эшкә тотондо ағинәйҙәр. Үҙебеҙҙән һуң килгән быуындар онотмаһын өсөн улар эште башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәрен: балиткле күлдәк, ҡашмау, казул, һаҡал тектереп, башҡорт фольклорын тергеҙеүҙән башлағандар.

Районда уҙғарылған һабантуй, бал фестивале, көҙгө йәрминкә кеүек сараларҙың тап фольклор төркөмдәре сығыштары менән башланыуы – быларға асыҡ дәлил.

Әбделмәмбәт ағинәйҙәре үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнап ятмай, республика тормошонда ла әүҙем ҡатнашга: “Алтын тирмә” телетапшырыуында ла ихлас сығыш яһанылар, Мораҙым тарлауығында үткән республика ағинәйҙәр ҡоронда булып ҡайттылар, Сибай яҡтарына барып үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙылар.

Әлеге көндә улар үҙҙәренең “ауырыуҙарын” районыбыҙ ауылдарына “йоҡтороу” менән мәшғүл.

Үткән аҙнала Кейекбай ауылында әле төҙөлө генә башлаған ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары менән осрашып, үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашып, үҙебеҙҙең мосолман икәнебеҙҙе иҫкә төшөрөп, матур әҙәп-әхләҡкә саҡырып, мөнәжәттәр әйтеп, шулай уҡ концерт номерҙары менән сығыш яһап, матур бер байрам ойошторҙолар.

Беҙҙең Ғәҙелгәрәй ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла унда ҡатнашып, үҙҙренә яңы донъя асҡандай ҡанатланып, Әбделмәмбәт ағинәйҙәрен үҙебеҙгә саҡырып ҡайттыҡ.

Күп тә үтмәй, бурап-бурап ҡарҙар яуған сихри бер кистә, ағинәйҙәребеҙ беҙҙең ауылға килеп тә төштө. Шулай уҡ Кейекбай, Ғәлиәкбәр ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары ла тәжрибә туплау, өйрәнеү маҡсатында ҡунаҡҡа килде.

Район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы ойошманың эшмәкәрлеге, маҡсаты менән таныштырып, әле төҙөлөргә торған Ғәҙелгәрәй ауылы ағинәйҙәр ойошмаһын изге эштәргә өндәп, ойошма етәксеһе буласаҡ хаҡлы ялдағы уҡытыусы Байегетова Мәрйенбикә Дәүләтғәле ҡыҙына танытма тапшырып, уңышлы эшләүҙәрен теләне.

Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа Әбделмәмбәт ауылы ағинәйҙәренә, уларҙың етәксеһе Муллағолова Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙына оло рәхмәттәрен белдерҙе.

Өйөбөҙҙө генә боҫоп ятмай, ошондай рух үҫтергес сараларҙа әүҙем ҡатнашып, килер быуындар – балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе иманға, әҙәп-тәртипкә өндәп, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларыбыҙҙы һаҡлап, мәҙни һәм рухи ҡиммәттәргә эйә булып, ауыл һәм район тормошонда ҡайнап йәшәйек, ауылдаштарым!
Читайте нас: