Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2016, 20:50

Маҡсатлы тәрбиә отошло

Ошо көндәрҙә Бөрйән районының иң ҙур мәктәптәренең береһе булған бай тарихлы Байназар мәктәбендә "Берҙәмлектә-көс" саҡырыуы аҫтында дөйөм профсоюз йыйылышы булып үтте.Унда Байназар мәктәбе уҡытыусылыры һәм техник хеҙмәткәрҙәре генә түгел, үҙ ҡанаты аҫтындағы Мәһәҙей, Мораҙым, Яуымбай филиалдарының техник һәм педагогик хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Һәр белем усағының профсоюз комитеты рәистәре -Байназарҙан ошо матур сараны ойоштороуға күп көс һалған алдынғы педагог Гөлшат Марат ҡыҙы Салауатованың,ялҡынлы уҡытыусылар Мәһәҙейҙән Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнованың,Мораҙымдан Айгөл Фәйзрахман ҡыҙы Тулыбаеваның,Яуымбай филиалынан Хәлиҙә Мазһар ҡыҙы Назароваларҙың ҡатнашыуы был матур сараға мәртәбә ,сәм, көс-ҡеүәт өҫтәп ебәрҙе. Быға тиклем етәксе вазифаларҙа маҡталып эшләүсе мәғариф алдынғыһы, күптән түгел генә етәкселекте үҙ иңенә алған Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев барлыҡ профсоюз ағзаларына-ҡатнашыусыларға танышыу-фәтиха һүҙҙәрен еткерҙе һәм бөгөн мәктәп алдында заман ҡуйған мөһим бурыстарҙың береһе-милләтебеҙҙең рухи,мәҙәни кимәлен күтәреү,белемле,талантлы шәхестәр тәрбиәләү һәм быларҙы тормошҡа ашырыуҙа маҡсатлы тәрбиәнең отошло икәнлеген,берҙәм булырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм бер төркөм һәр мәктәптең алдынғы хеҙмәткәрҙәренә район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитетының,мәктәптең маҡтау ҡағыҙҙарын,иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.Артабан профком рәистәре һәр мәктәптең мәғариф өлкәһендәге коллективының ҡаҙаныш-уңыш-осоштары,проблемалары һәм башҡа һорауҙарын үҙ эсенә алған отчёттарын бирҙе һәм алдарына ҡуйылған бурыстары менән таныштырҙы.

-Сығыш яһаусыларҙы бер маҡсат берләштерә: коллективтарҙың берҙәмлегендә,эске һәм тышҡы матурлығында,һәр хеҙмәткәрҙең күрһәткән тырыш хеҙмәтендә мәктәп уҡыусыларының интеллектуаль кимәлен киң асыу өсөн белем биреү усаҡтарының мөмкинлектәрен тулы файҙаланыу юлдарын эҙләү,уларға белемдең ҡиммәтле хазина икәнлеген төшөндөрөү,заман технологияларын өйрәнеү һәм уны дөрөҫ файҙаланыу,лидерҙарҙы ,һәр фән өлкәһендә һәләтле һәм талантлы уҡыусыларҙы асыҡлау ,белем сифатын күтәреү,әүҙем тормош позицияһы алып барыусы уҡыусы үҫтереү,-тине Байназар мәктәбенең профком рәисе Г.М.Салауатова.

Артабан БайназарМарат ҡыҙы Салауатова ветеран уҡытыусыларҙы һәр саҡта иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа,улар менән даими бәйләнештә булырға кәрәклеген әйтте һәм ауылдағы барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәрен дә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тоторға кәрәк ,тине.Бөгөнгө көндә Байназар ауылында йәшәүсе оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһында алдынғы уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Әлфирә Ҡылысбай ҡыҙы Сөләймәнованы,районыбыҙҙың алдынғы уҡытыусылары Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы Ишбаеваны,Нурдәүләтов Муса Ишбулды улын да Байназар мәктәбенең мәғариф ветерандары составына индерергә кәрәк, тигән ҡарарға килде йыйылышта ҡатнашыусылар.

Фекер алышыуҙарҙа Байназар мәктәбе уҡытыусылары Резеда Шәмсетдинова,Фәнил Мөхәмәтйәнов,Мәһәҙей мәктәбенән Сәйҙә Сәйәхова,Яуымбай филиалы мөдире Мәүлит Мөхәмәтйәнов һәм башҡалар сығыш яһаны. Шулай уҡ 2017 йылға гәзит-журналдарға ла әүҙем генә рәүештә яҙылырға кәрәклеге тураһында һөйләшелде.Йыйылыштың ҡарары ҡабул ителгәндән һуң,профком рәистәренә яҡшы эштәре өсөн район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитетының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Бынамын тигән матур,аҡыллы,һәләтле,үҙҙәренең һүҙҙәре, эштәре,ҡаҙаныштары менән арҡалы икәнлектәре күренеп торған йыйылышта ҡатнашыусы хеҙмәткәрҙәрҙе сәләмләп,һәр мәктәп таланттарының концерт номерҙары был матур сараға йән һәм йән өрҙө. Мораҙымдар хатта был йыйылышҡа яңы ғына тектереп алған бер иш яңы сәхнә кейемдәрендә генә бөтәһе лә сығыш яһаһа,яуымбай-мәһәҙейҙәр заман менән һуғарылған номерҙары менән "ах" иттерҙе.Байназарҙарҙың һәр сығышы шулай уҡ бик бай йөкмәткеле булыуы менән сағыу булды.Уҡытыусы Флүр Дәүләтшин -үҙе шәп йырсы,филармония әртистәренән бер ҙә ҡалышмай.

Белемле йыуан меңде йығыр,ти Ысынлап та,беҙҙең өҫтөнлөк- ул белем,алдынғы мәҙәниәт һәм яңы технологияларҙы тормошта әүҙем файҙаланыу,хатта уларҙы етештереү. Бындай йыйылыштарҙы үткәреү хеҙмәткәрҙәребеҙ алдына тағы ла ҙур талаптар ҡуя,үҙ аллы белем алырға,камиллашырға этәргес көс булыу яғынан да әһәмиәтле.

Бер-беребеҙҙең яңы уйҙарына ,яңы фекерҙәренә ҡолаҡ һалыу өсөн дә матур был сара.Әһәмиәтле яғын һанай башлаһаң ,был сараның иҫ китмәле ҙур. Ә шулай ҙа тотош дүрт мәктәп коллективын бер бөтөн итеп,"Беҙ-бер"итеп туплауға ла аҙым ине был.

Дөйөм алғанда ,был йыйылыш хәтәр шәп ,матур барҙы,бүтән йыйылыштарға оҡшамағанлығы менән айырылып торҙо. Был йыйылышта коллективта эшләүсе кешеләргә иғтибар,йылы ҡараш,йылы һүҙ һәм ихтирамлылыҡ урын алған ине һәм бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡатнаша ине.

Ял иткәндә ҡунаҡтарҙы Байназар мәктәбе буфеты хеҙмәткәрҙәре телеңде йоторлоҡ бәлеш, плов,ҡайнар сәй һәм башҡа ризыҡтары менән һыйланы.Ҡыҫҡаһы,был йыйылыш мәктәп коллективын филиалдары менән бер бөтөн итеп туплауға этәргес булды.Йәмғиәтебеҙ кисергән ҡатмарлы осорҙа был һөйләшеүҙәр ҡоро һүҙ булып ҡалмаясағына ышаныс ҙур,бындай осраҡта насар эшләү мөмкин дә түгел.Яҡшы етәксенең бер ҡулында перәник,икенсеһендә йоҙороҡ тигәндәй, һәр кем был йыйылыштан яңынан яңы эшкә дәрт,илһам, ынтылыш алып ,ял итеп ,көслө умарта геүләүенән билдәле икәнлеген аңлап ,берҙәмлектә көс икәнлегенә инанып таралышты.

Сәйҙә Сәйәхова,Бөрйән районы Мәһәҙей мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Читайте нас: