Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2012, 18:21

Өләсәйем ҡурсағы

Хәҙерге ваҡытты уйынсыҡтарҙың төрлөлөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Ләкин балалар уның менән бер көн дә уйнамай боҙа, емерә. Сөнки был уйынсыҡ йә йәшенә тура килмәй , йә уның менән бала нисек уйнарға белмәй. Был борсоуға һала. Кескәйҙәргә уйынсыҡтар менән һаҡсыл уйнарға өйрәтеү, аңлатыу, әңгәмә ҡороу мотлаҡ.

Ошо көндәрҙә Яуымбай мәктәбе филиалының мәктәпкәсә төркөмендә “Өләсәйем ҡурсағы” исемле иртәлек үтте. Был сара балаларҙы ҡурсаҡтарҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырыу, уйынсыҡтарга һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде.

Өләсәйҙәр үҙҙәренең баса саҡтарына ҡайтып; “Беҙ бала саҡта һеҙ уйнатҡан матур, сағыу ҡурсаҡтар булманы. Ҡораманан ҡурсаҡ эшләп, балсыҡтан мейес, ҡоймаҡ әүәләп уйнай торғайныҡ”- тип үҙҙәре уйнаған уйынсыҡтар тураһында һөйләп хәтер ептәрен һүттеләр. Ә һуңғараҡ һугыш башланып, уйнарға форсат булманы. Атайҙар, ағайҙар һуғышҡа киткәс, әсәйҙәренә ярҙам булһын тип, баҫыуға эшкә йороүҙәре, шулай бик тиҙ ҡул араһына инеп, өлкәндәр менән эшкә йороғән саҡтарын әсенеп иҫкә алдылар.

Балалар ҡурсаҡтарҙы күреп нисек эшләнеүе менән ҡыҙыҡһындлар. Зөлкәғизә өләсәй ҡораманан ҡурсаҡ эшләргә өйрәтһә, Сәриә өләсәй ошо ҡурсаҡтар менән нисек нисек уйнағндарын күрһәтеп һөйләне. Өләсәйҙәр үҙҙәре эшләп алып килғән ҡурсаҡтарҙы ҡыҙҙырға бүләк иткәс, ҡунаҡ ҡурсаҡтар сәй табынына ултырҙылар. Еҙ самауыр (пряжа менән ырғаҡтан бәйләнғән) сәйе эстеләр.

Самауырым еҙ аяҡ

Тирә яғы сынаяҡ

Беҙҙең татыулыҡты күреп

Хайран ҡалһын тирә яҡ – тип Зәбирә өләсәй тамаҡ әйтеп,

Гөлнур өләсәй ҡумыҙ уйнап ебәргәс, табын тағы лы йәмләнеп китте.

Тәрбиәсе “ҡурсаҡ менән өләсәйҙең күлдәге” тиғән әйгәмә-уйын ҡороп, башҡорт халҡының күлдәктәредә, бишмәттәрендәге һәр биҙәктең үҙ исеме, аңлатмаһы менән таныштырҙы. Мәҫәлән ҡусҡар- үләнде, муллыҡты һәм тәкәнең мөгөҙөн, малсылыҡты аңлатһа, теҙелеп киткән өс мөйөштәр – өйҙө, именлекте, ышанысты аңлатҡан. Тағы елән, ҡамзулдарҙы тәнкә, уҡа һалып биҙәгәндәр.

Балалар аҡ инәйҙәрҙең һөйләғән һәр һүҙҙен күңелдәренә һалып, иғтибар менән ҡыҙыҡһынып тыңлап ултырҙылыр. Өләсәйҙәргә күстәнәскә әҙерләгән уйынсыҡтар тураһындағы шиғырҙарын һөйләп, йыр йырлап ҡыуандырҙылар.

Иртәлек аҙағын да өләсәйҙәр доньяларҙың имен тороуын, бала-сағаның һау сәләмәт булыуын теләп доға ҡылып, йома сәйе эсеп таралыштылар.
Читайте нас: