Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июль 2025, 15:00

Ҡытай беҙҙең һөт аҙыҡтарын ала

Мәләүез һөт-консерва комбинаты нисек эшләй?  

Ҡытай беҙҙең һөт аҙыҡтарын ала
 
Ҡытай беҙҙең һөт аҙыҡтарын ала

Мәләүез һөт-консерва комбинаты Ҡытайға 19 тонна ҡоро һөт ебәрҙе, тип хәбәр итәләр "Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илдәргә һатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Дөйөм алғанда, йыл башынан бирле мәләүездәр Ҡытайға 112 тонна һөт ризыҡтары һатҡан. Сит илдең Таможня идаралығы талаптарына ярашлы, продукцияның бөтә партиялары беҙҙән ебәрелер алдынан "Россельхознадзор" идаралығы белгестәре тарафынан тикшерелгән һәм эшкәртелгән.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ватан компанияларына ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төп маҡсаттары – һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу, импортер илдәрҙә үҙебеҙҙә ихтыяж булған инфраструктура булдырыу йәһәтенән эште көсәйтеү.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrkrb.ru

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас