
Башҡортостан 2025 йылдың тәүге алты айында 1094 тонна төрлө орлоҡ оҙатҡан, тип хәбәр итә республика буйынса Россельхознадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Төбәктең агросәнәғәт комплексынан продукцияны сит илдәргә тәьмин итеү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Был ваҡыт эсендә дөйөм алғанда 50-нән ашыу партия иген һәм мал аҙығы культуралары орлоҡтары тикшерелгән: вика, ҡандала үләне, татлы туҡранбаш, бойҙай, фацелия, эспарцет һәм арпа. Импортер илдәр иҫәбенә Белоруссия, Германия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан инә.
Орлоҡтоң бөтә партиялары ла экспортҡа ебәрер алдынан Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡорт һынау лабораторияһында тикшереү үткән. Фитосанитар тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары асыҡланмаған, оҙатылған бөтә продукция импортлаусы илдәрг талаптарына тап килә.
Сағыштырыу өсөн: былтырғы йылдың тәүге яртыһында Россельхознадзор сәсеү өсөн 205 партия вика, татлы туҡранбаш, люцерна, сөгөлдөр, бойҙай, судан үләне һәм арпа орлоҡтарын тикшергән, улар экспортҡа ебәрелгәнгә тиклем дөйөм ауырлығы 4138 тонна тәшкил иткән.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ватан компанияларына ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төп маҡсаттары – һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу, импортер илдәрҙә үҙебеҙҙә ихтыяж булған инфраструктура булдырыу йәһәтенән эште көсәйтеү.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.