
Башҡортостан төбәк лизинг компанияһы яңы “Мусавама” продукты буйынса тәүге сделканы үткәрҙе. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты нигеҙендә бындай булышлыҡ Белорет ҡалаһындағы үлсәү ҡорамалдары заводына күрһәтелде: предприятие 1,5 миллион һумлыҡ автотейәгес алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
– “Мусавама” – бүлеп түләүле һатып алыу-һатыу килешеүенә нигеҙләнгән партнерҙар финанслауы программаһы. Был финанс продукты клиентҡа тауарҙы йәки хеҙмәтте лизинг компанияһы тарафынан алдан билдәләнгән өҫтәмә хаҡ буйынса, бүлеп түләү шартында алыу мөмкинлеген бирә. Ошондай алым сделканың хәүефһеҙлеген тәьмин итә, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Белорет үлсәү ҡорамалдары заводы ҡорос конструкциялар, контроль һәм һынау йөктәре, төрлө сәнәғәт үлсәү ҡорамалдары етештерә. Компания 2023 йылда “Инвестиция сәғәте”ндә ҡойолма етештереү буйынса проектын тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә хуплау табып, һалым ташламаларына хоҡуҡ биргән өҫтөнлөклө статус алған.
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) иҡтисадты, финанс баҙарын, үҙ-ара конкурентлыҡты, хеҙмәт етештереүсәнлеген, инвестиция әүҙемлеген үҫтереүгә, йүнселдәргә ярҙам итеүгә, етештереү тармағының тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон кәметеүгә йүнәлтелгән. Сәнәғәт секторына, юғары технологияларға, йәштәр бизнесына айырым иғтибар бирелә.
Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
Фото: республика Хөкүмәте сайтынан.