
Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостандан Ҡытайға 8,6 мең тонна көнбағыш майы оҙатылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Россельхознадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Республиканың агросәнәғәт комплексы продукцияларын сит илдәргә һатыу – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса булдырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) йүнәлештәренең береһе.
Көнбағыш майы Шишмә һәм Көйөргәҙе районының Маячный ҡалаларында урынлашҡан предприятиеларҙан оҙатылған.
Көнбағыш орлоҡтарын үҫемлек майына эшкәртеү продукцияһы, Ҡытай яғы менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, баҫыуҙан алып һуңғы продуктҡа тиклем тулы етештереү контроле үткән. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, үҫемлек продукцияһында хәүефле организмдар табылмаған; улар импортлаусы ил талаптарына яуап бирә.
Былтыр республиканан Ҡытайға көнбағыш майы оҙатылыуы теркәлмәгән, тип билдәләне Россельхознадзор.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.