Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июль 2025, 14:25

Башҡортостан проекты – призерҙар рәтендә

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы Рәсәйҙең илле төбәгенән белем биреү ойошмалары, эш биреүселәр, тармаҡ берекмәләре ебәрҙе.

Башҡортостан проекты – призерҙар рәтендә
Башҡортостан проекты – призерҙар рәтендә

Квалификацияны камиллаштырыу милли агентлығында урта звено белгестәрен һәм эшсе кадрҙарҙы әҙерләүҙә иң яҡшы тәжрибәләрҙең Бөтә Рәсәй конкурсы финалы үтте. Башҡортостандың “Иретеп йәбештереү производствоһында кадрҙар проблемаһын комплекслы хәл итеү: колледжды тамамлаусыларҙы эш урынына әҙерләү” проекты икенсе урынды алды. Йәштәрҙең мәшғүллеген тәьмин итеү “Кадрҙар” милли проектының өҫтөнлөгө булып тора.

 2025 йылда конкурс “Тармаҡ һәм төбәк кимәлендә кадрҙар әҙерләүҙә предприятиеларҙың һәм белем биреү ойошмаларының күп яҡлы хеҙмәттәшлеге” номинацияһында үтте. Ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы Рәсәйҙең илле төбәгенән белем биреү ойошмалары, эш биреүселәр, тармаҡ берекмәләре ебәрҙе.

Финалға ете практика сыҡты. Командалар проекттарын презентацияланы һәм жюри ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе.

 Башҡортостан проектының асылы шунда: студент-иретеп йәбештереүсене аныҡ предприятие үҙенсәлектәренә ярашлы уҡытыу, профессиональ әҙерлеген һәм уҡытыу сифатын раҫлау. Кәрәк булғанда Милли агентлыҡтың норматив документтары талаптары буйынса артабан аттестация үткәреү ҡарала.

Көслө иҡтисадты үҫтереү, квалификациялы хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү өсөн яңы “Кадрҙар” милли проектының (национальный проект "Кадры") индерелеүе байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. Йыл һайын уға ярашлы белгестәргә ихтыяж өйрәнеләсәк, алдан күҙаллау, вуздарҙа һәм колледждарҙа бюджет урындарын билдәләү өсөн төплө нигеҙ барлыҡҡа киләсәк. Әле илдә юғары квалификациялы кадрҙарға ихтыяж 1,5 миллион кеше тәшкил итә. Айырыуса төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләре ҡытлыҡ кисерә. Тап ошо проект профессиональ әҙерлекте иҡтисад, фән һәм технологиялар үҫешенә, иҡтисад ихтыяжына ярашлы тәьмин итергә тейеш.

”Кадрҙар” – белем биреү учреждениелары, компаниялары һәм дәүләт эшмәкәрлеген берләштерәсәк, студенттарҙың уҡыуын һәм практикаһын, уҡыусыларҙың профессиональ йүнәлешен көсәйтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. 

Автор:
Читайте нас