Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июль 2025, 14:30

Архангелдә Ағиҙел аша күпер яңыртыла

Төҙөк юлдар халыҡ һәм туристар өсөн мөһим.    

Архангелдә Ағиҙел аша күпер яңыртыла
Архангелдә Ағиҙел аша күпер яңыртыла

Архангел районында Ағиҙел йылғаһы аша күперҙә уң яҡ һыҙат буйынса хәрәкәт тергеҙелгән. Объектты төҙөү “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни) башҡарыла, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт министрлығы.

Быға тиклем һул яҡ һыҙат буйынса эш алып барылды. Подрядсы ойошма юлда гидроизоляция ҡоролмаһын ҡуйған, тротуар блоктарын ҡорған, тигеҙләү ҡатламын һалыу буйынса эштәрҙе тамамлаған.

Күперҙең оҙонлоғо 316 метр тәшкил итә. Объектта эштәр әле лә дауам итә, иғтибар күперҙең икенсе өлөшөнә йүнәлтелгән.

-Ағиҙел аша күпер мөһим юлда урынлашҡан. Ул Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының тиҫтәләгән ауылдарын берләштерә. Өфө – Инйәр – Белорет трассаһы республикабыҙҙың тәбиғәттең билдәле иҫтәлекле урындарына илтә. Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы, Атыш шарлауығы, “Абҙаҡ” тау-саңғы курорты. Был яҡта һәр ваҡыт тығыҙ трафик. Шуға ла юлдың хәүефһеҙлеге һәм сифаты туристар өсөн дә, урындағы кешеләр өсөн дә бик мөһим, - ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Эштәрҙе 2026 йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас