Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Июль 2025, 18:00

Халыҡ-ара конкурста еңделәр

Өфө вуз-ара студенттар кампусы резиденты Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһы Новосибирск ҡалаһында уҙғарылған “Vetonit 2024-2025” халыҡ–ара конкурсы финалында беренсе урын яуланылар. Әйтергә кәрәк, кампустарҙы булдырыу һәм үҫтереү “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Молодежь и дети”) башҡарыла.  

Халыҡ-ара конкурста еңделәр
Халыҡ-ара конкурста еңделәр

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, был ярышта Рәсәй һәм Белоруссияның юғары уҡыу йорттарынан 160 студент ҡатнашты, улар 66 проектты күрһәтте. Финалға 18 команда сыҡты, улар араһында бишәүһе ӨДНТУ-ның архитектура-төҙөлөш институты кафедраһынан.

–Беҙҙең студенттарҙың проекты тәрән анализды күрһәтте, - ти ӨДНТУ-ның архитектура кафедраһы мөдире Светлана Байморатова.

Vetonit – Рәсәй һәм Белоруссия студенттары өсөн йыл һайын уҙғарылып килгән конкурс. Ул заманса материал һәм технологиялар ҡулланып перспективалы архитектура ҡарарҙары эҙләүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:
Читайте нас