Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июль 2025, 19:00

"Хәстәрлек поезы" Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә

Акция махсус социаль ярҙам алыуҙы ябайлаштыра, ярҙам сараларын теркәй һәм кешенең социаль хеҙмәттәргә ихтыяжын билдәләй.    

"Хәстәрлек поезы" Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә
"Хәстәрлек поезы" Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә

Башҡортостанда “Хәстәрлек поезы” интенсив режимда эшләүен дауам итә. Район үҙәктәренән алыҫта урынлашҡан республика ауыл-ҡалаларына сәйәхәт итеүсе белгестәрҙең ведомство-ара күсмә төркөмөнә социаль хеҙмәткәрҙәр, юристар, табиптар, медицина-социаль экспертиза бюроһы, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды вәкилдәре, республиканың социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан башҡа ведомстволары инә. Илдең өлкән быуын кешеләренең тормош сифатын яҡшыртыу һәм әүҙем оҙон ғүмерле булыу өсөн социаль инфраструктураны үҫтереү “Ғаилә” (национальный проект “Семья”) милли проектының төп маҡсаттары булып тора.

Акция махсус социаль ярҙам алыуҙы ябайлаштыра, ярҙам сараларын теркәй һәм кешенең социаль хеҙмәттәргә ихтыяжын билдәләй.

— Проекттың төп маҡсаты — әлегә үҙҙәрен социаль ярҙамға мохтаж тип иғлан итә алмаған йәки өлгөрмәгән, түләүҙәргә бәйле башҡа хәлдәр тураһында хәбәр итмәгән, бушлай техник реабилитация ҡорамалдарына хоҡуғын тормошҡа ашырмаған кешеләрҙе асыҡлау.

Үҙ мәсьәләләрен хәл итә алған республика халҡынан кире бәйләнештәр алабыҙ; уларҙың тормошо сифатлы үҙгәрҙе,- ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

"Хәстәрлек поезы" Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә
"Хәстәрлек поезы" Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә
"Хәстәрлек поезы" Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә
"Хәстәрлек поезы" Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә
"Хәстәрлек поезы" Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә
Автор:
Читайте нас