Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме быйыл ғинуар –май айҙарында 63,6 миллиард һум тәшкил иткән. Былтырғы йылдың ошо осорона ҡарата үҫеш 101, 7 процент тәшкил итә. Ауыл хужалығы производствоһының үҫеше “Аҙыҡ –түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектына ярашлы башҡарыла (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) тип хәбәр итә Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Әйтергә кәрәк, 2030 йылға агросәнәғәт комплексы продукцияһы производство индексын 2021 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 25 процентҡа арттырыу ниәтләнә.
-Тауар производствоһы үҫеүен дауам итә. Ауыл хужалығы продукцияһының етештереү күләме ауыл хужалығы ойошмаларында 9,7 процентҡа артҡан. Халыҡтың хужалыҡтарында был күрһәткес 3,7 процентҡа кәмегән, - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Күрһәтелгән осорҙа тулайым продукцияның 95 проценттан ашыуы малсылыҡ продукцияһы иҫәбенә формалаша. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.