2025 йылдың 9 ғинуарынан 10 июненә тиклем Ҡытайға 15 мең кубометрҙан ашыу тәрән эшкәртелгән таҡта, ОСП һәм ДСП оҙатылған. Был хаҡта Россельхознадзорҙың төбәк идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Сит илдәргә башҡорт продукцияһы менән тәьмин итеүҙе арттырыу – "Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт" (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты бурыстарының береһе.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, Башҡортостандан ОСП һәм ДСП экспорты күләме 3,6 мең кубометр тәшкил иткән. Был 2025 йылға ҡарағанда 4,2 тапҡырға кәмерәк.
344 партиянан һайлап алынған продукция өлгөләре, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Таможняның Генераль идаралығы талаптарына ярашлы, Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡорт һынау лабораторияһында энтомологик тикшереүҙәр үткән.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ватан компанияларына ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төп маҡсаттары – һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу, импортер илдәрҙә үҙебеҙҙә ихтыяж булған инфраструктура булдырыу йәһәтенән эште көсәйтеү.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: gtrkrb.ru