“Профессионалдар” һөнәри оҫталыҡ чемпионаты финалында Башҡортостандың йыйылма командаһы креатив индустрия һәм IT буйынса өс бронза, ике көмөш миҙал яуланы, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Был чемпионат “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Молодежь и дети”) “Профессионалитет” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Чемпионаттың финалы Түбәнге Новгородта һөнәри белем биреү федераль технопаркында уҙғарылды. Ярыштар 15 компетенция буйынса үтте, уларҙың унауһы яңы ине. 195 конкурсант Рәсәйҙең 46 төбәгенән , алтауһы дуҫ илдәрҙән ҡатнашты. 50-нән ашыу предприятие финалдың партнерҙары булды.
–Биш миҙал – етди әҙерлек , һәләт, ныҡышмаллыҡ һөҙөмтәһе. Креатив индустриялар һәм IT йүнәлеше буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүҙәре бигерәк тә ҡыуаныслы. Был беҙҙең йәш белгестәребеҙҙең Бөтә Рәсәй кимәлендә конкурентлыҡ һәләтенә эйә булыуын күрһәтә, - тине Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан"ДТРК-һы сайтынан.