Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Июнь 2025, 18:00

Башҡортостан Ҡытайға рапс майын экспортҡа оҙатты

Экспорт тауарын 120 флекситанкаға урынлаштырып, тимер юл буйлап ебәрәләр.    

Башҡортостан Ҡытайға рапс майын экспортҡа оҙатты
Башҡортостан Ҡытайға рапс майын экспортҡа оҙатты

Башҡортостандан Ҡытайға 2,5 мең тоннанан ашыу рапс майы оҙатылды, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарының береһе булып тора.

Шишмә районынан май һығыу предприятиеһы 29 майҙа Ҡытайға 2,55 мең тонна рафинирланмаған рапс майы һатҡанЭкспорт тауарын 120 флекситанкаға урынлаштырып, тимер юл буйлап оҙаталар.

Фото: Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығынан.

Автор:
Читайте нас