Милли проекттар
9 Апрель 2025, 10:00

Яңы хәләл инвестиция проекттары барлыҡҡа килде

Улар INVESTRB.RU порталында урынлаштырылған    

Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталында партнер финанслауы сиктәрендә алты яңы хәләл инвестиция проекты урынлаштырылған, тип хәбәр итә республика дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы. Инвестиция проекттары хәләл продукция стандарттарын үтәүгә нигеҙләнә. Һанлы хеҙмәттәрҙе үҫтереү һәм уларҙы республикала йәшәүселәрҙең ҡулланыуын тәьмин итеү “Мәғлүмәт иҡтисады” милли проектының маҡсаттарына тап килә.

– Бынан алда Башҡортостандың Инвестиция порталында ислам финанслауы буйынса бүлек ғәмәлгә ашырылды. Ул финанслауҙа кемдәрҙең ҡатнаша алыуын һәм партнерлыҡ принциптарын аңлата ине. Хәҙер, порталды тулыландырыу һөҙөмтәһендә, ошо тема буйынса алты инвестиция проекты урынлаштырылды, – тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Инвестиция проекты хуплау тапһын һәм тормошҡа ашырыуға рөхсәт алыу өсөн ул сертификацияланырға тейеш. Шулай уҡ проекттың тулыһынса ислам финанслау принциптарына тап килеүе мотлаҡ.

Быға тиклем INVESTRB.RU порталында партнер (ислам) финанслауы буйынса бүлек эшләй башланы. Рубрикаторҙа партнерлыҡ финанслауының принциптары һәм төп инструменттары, проекттың төп өҫтөнлөктәре һәм мөмкинлектәре, Рәсәй Банкы экспериментында ҡатнашыусылар реестрына индереү шарттары, көйләү мәсьәләләре, шулай уҡ белем биреү курстарына һылтанмалар тураһында тулы мәғлүмәт бар.

Билдәле булыуынса, "Мәғлүмәт иҡтисады" (национальный проект “Экономика данных”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: investrb.ru

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-04-08/ya-y-h-l-l-investitsiya-proekttary-barly-a-kilde-4188948 

Автор:
Читайте нас