Бөтә яңылыҡтар

Бөрйәндәр булдыра!

Сәләмәт йәшәү рәүешенең дә асылын аңлап йәшәй бөрйәндәр. Сәләмәт тәнле булайым тиһәң, спорт менән дуҫлаш тигән һүҙҙәрҙең асылын яҡшы аңлайҙар бында. Спорт майҙансыҡтарының төҙөлөүе бигерәк тә спорт менән шөғөлләнеүсе йәш быуын өсөн оло ҡыуаныс. Хәҙер заманса спорт майҙансыҡтары ауылдарға ла «килә», йәғни төҙөлә, һәм был ғәжәп тә түгел. Ауыл халҡы элек-электән спортты ярата, яҡын итә. Мәҫәлән, беҙ сәйәхәт ҡылған Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында йәшәүселәрҙең спорт менән шөғөлләнеү һәм команда уйындары уйнау өсөн заманса спорт майҙансығы бар. Комплекс «Тыуған ауылға спорт» проекты сиктәрендә яһалған. Әбделмәмбәттәрҙең бында волейбол, баскетбол уйындары уйнау, ГТО нормаларын тапшырыу мөмкинлектәре бар. Һуңғыһы иһә республика Башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла.

Бөрйәндәр булдыра!
Бөрйәндәр булдыра!

Заманса спорт территорияһы өсөн Әбделмәмбәт осраҡлы рәүештә генә һайлап алынмаған. Бында йәшәүселәр сәләмәт тормош алып баралар һәм «Айыҡ ауыл» исемен яулағандар. Ауылда даими рәүештә спорт саралары, фестивалдәр һәм төрлө бәйгеләр үткәрелә. Мәктәп спорт залында иһә грэпплинг, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, грек-рим көрәше, йәйәнән атыу буйынса тренировкалар ойошторола. Еңел атлетика, саңғы трассаһы, хоккей майҙансығы һәм «Ҡыпсаҡ бүреләре» тигән үҙ хоккей клубтары, 3 төрлө йәш төркөмөндә «Ҡыпсаҡтар» көрәш клубы эшләй. Ике йылға бер тапҡыр ҡыпсаҡтарҙың Ҡышҡы Ауыл олимпия уйындары үткәрелеүе районда ла спортҡа ҙур иғтибар бүленеүе тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй. Бында йөҙҙәрсә ауылдаштар төрлө ярыш төрҙәрендә (хоккей, шорт-трек, керлинг, саңғы ярыштары, биатлон, бобслей) көс һынашып, күңел асалар.

Билдәле булыуынса, 2020 йылдың 23 июнендә Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы ултырышында партияның «Доступный спорт» проектына старт бирелгән ине. Проекттың маҡсаты — балалар һәм үҫмерҙәр араһында тиҫкәре күренештәрҙе профилактикалау өсөн уҡыусылар һәм йәштәрҙең спорт ялын тәьмин итеү, киң күләмле спортты үҫтереү.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә ауылдарыбыҙ һәм бәләкәй ҡалаларыбыҙҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә, ауылдарыбыҙ күҙгә күренеп йәмләнә һәм замансалана. Улар өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан быға тиклем булмағанса ҙур аҡсалар бүленә. Былар ҙур эштәрҙең башы ғына, киләсәктә был йүнәлештә эштәрҙең дауам итәсәгенә ышаныс бар.

"Өмөт" гәзитенән

Бөрйәндәр булдыра!
Бөрйәндәр булдыра!
Автор:
Читайте нас: