Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда 2024 йылда 143 ихата һәм 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

6 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда ихата һәм йәмәғәт биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса проекттарҙы, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙың подъездарын һәм ҡыйыҡтарын комплекслы төҙөкләндереү буйынса программаларҙы бойомға ашырыу барышы тикшерелде.

Башҡортостанда 2024 йылда 143 ихата һәм 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Башҡортостанда 2024 йылда 143 ихата һәм 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов һүҙҙәренсә, «Башҡорт ихаталары» программаһына ярашлы 2024 йылда 33 муниципалитетта 143 ихата биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Ошо маҡсатҡа 1,084 миллиард һум йүнәлтелә. Әле 112 ихатала эштәр бара, ҡалғандарында 15 майға тиклем ремонт эштәре башлана. Ихата биләмәләрен яңыртыуҙы 30 сентябргә тиклем тамамлау күҙаллана.

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса Башҡортостанда 2024 йылда дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумлыҡ 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. 43 муниципалитетта 79 парк һәм сквер яңыртыла башлаған, ҡалған объекттарҙа эштәр 10 майҙан һуң башлана. Йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу 30 октябргә тиклем тамамланасаҡ.

Бынан тыш, 1 июнгә тиклем Ағиҙелдә, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа, Мәләүездә һәм Яңауылда 2022 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе биш проектты ғәмәлгә ашырыу тамамлана. Уларҙың уртаса техник әҙерлеге - 98 процент, бәләкәй архитектура формаларын ҡуйырға ҡалды.

2024 йылда Баймаҡта һәм Ишембай районының Верхотор ауылында 2023 йылғы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тағы ла ике проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Беренсе этап буйынса эштәрҙе 30 октябргә тиклем башҡарыу күҙаллана.

Подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы сиктәрендә 2024 йылда Өфөлә, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарында 39 күп фатирлы йортта 119 подъезд яңыртыла. Ошо маҡсатҡа 106 миллион һум йүнәлтелә. 63 подъезда эштәр башланған да инде. Яңыртылған объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу - 10 октябргә тиклем.

28 подъездың инеү урындары пандустар менән йыһазландыра. Уларҙы ысынлап та кәрәк булған ерҙә ҡуялар һәм бының өсөн техник мөмкинлек бар. Пандустар өсөн бөтәһе 3 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

Тағы 670 миллион һум 138 аҙ ҡатлы йорттоң ҡыйығын ремонтлауға йүнәлтелә. Улар буйынса эштәр ноябрҙә тамамланасаҡ.

Башҡортостан Башлығы сифатҡа айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты.

- Быйыл ҡыйыҡтарҙы ремонтлауға ҙур аҡса йүнәлттек.  Финанс министрлығы менән киләһе йыл буйынса әүҙем эшләй башлағыҙ. Был мәсьәләне тәртипкә килтерербеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров 2024 йылда уҡ Республика йорто янындағы Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереүҙе башларға кәрәклеген билдәләне.

Башҡортостан башлығы

Башҡортостанда 2024 йылда 143 ихата һәм 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Башҡортостанда 2024 йылда 143 ихата һәм 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Башҡортостанда 2024 йылда 143 ихата һәм 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Башҡортостанда 2024 йылда 143 ихата һәм 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Башҡортостанда 2024 йылда 143 ихата һәм 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Башҡортостанда 2024 йылда 143 ихата һәм 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: