- Дәүләт ярҙамының баҙарҙа талап ителгән продукция етештерә алырлыҡ ныҡлы хужалыҡтар булдырыуға һәм уларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеүе мөһим. Шуға күрә «Агростартап» грантына конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡатмарлы имтихан көтә. Дәүләт ярҙамын иң әҙерлекле һәм перспективалы проекттары булған дәғүәселәр генә ала аласаҡ, - тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Фермерҙар бөгөн төбәктә тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 18 процентын етештерә лә инде, беҙ был секторҙа күрһәткестәрҙең артабанғы үҫешенә иҫәп тотабыҙ.
Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2023 йылдың 3 апреленән 17-һенә тиклем Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә (ял көндәренән тыш). Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.
Шарттар, ҡатнашыу ҡағиҙәләре менән ошонда танышырға мөмкин.
Белешмә өсөн:
Башҡортостанда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты сиктәрендә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла. Ул шулай уҡ яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеү һәм артабан үҫтереү маҡсатында шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы ауыл хужалығына йәлеп итеү буйынса «Агростартап» программаһын үҙ эсенә ала.
«Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге» муниципаль бюджет учреждениеһы белгестәре документтар комплектын тикшереү һәм был конкурста ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителгән бизнес-планлаштырыуҙы әҙерләү буйынса консультация хеҙмәттәре күрһәтергә әҙер.
Һорауҙар менән Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 86-сы йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итергә. Телефондар: 3-62-42, 3-62-86, 3-62-88.