Бөгөнгө көндә редакция хеҙмәткәрҙәре гәзиттә генә түгел, интернет селтәрендә лә эшләй. Рәсми сайттан тыш популяр булған “ВКонтакте”, “Одноклассники” , “Телеграмм”, “Дзен” һәм "МАХ" социаль селтәрҙәрендә лә төркөмдәребеҙ бар. Уларға яҙылыусылар һаны ла көндән-көн арта.
«Таң» гәзите районыбыҙҙың тормошо, уның үҫеш перспективалары тураһында төп мәғлүмәт сығанағы. Шулай уҡ ябай хеҙмәт кешеләре, уңыш яулағандар, тырышлыҡтары менән юғары баҫҡыстарға үрләгәндәр, матур, күркәм ғаиләләр, төрлө яҙмыштар һәм бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы райондаштарыбыҙ тураһында мәҡәләләр ҙә донъя күреп тора.
Кемдәрҙер, гәзиткә яҙылмай, интернет селтәрендә бөтә мәғлүмәтте уҡыуҙы хуп күрә. Был, уйлап ҡараһаң, уңайлы күренеш һымаҡ, ләкин, интернетта тулы булмаған һәм дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәттәр ҙә бик күп. Шул уҡ ваҡытта интернет селтәрендә башҡорт шрифты юҡлығына һылтанып, телде боҙоп яҙыусылар, аралашыуҙар йыш осрай. Шуға күрә бөгөнгө көндә “Таң” гәзите телебеҙҙе үҙ асылында һаҡлаусы берҙән-бер баҫма һәм рәсми сығанаҡ булып ҡала килә.
Бөгөнгө көндә беҙҙең алда милли матбуғатты һаҡлау, уның тиражын арттырыу буйынса ла маҡсатлы эш алып барыу бурысы тора. “Таң ” гәзитен халыҡ араһында күберәк таратыу, яҙылыу һәм әүҙем пропагандалау – һәр кемебеҙҙең уртаҡ бурысы, ул телебеҙҙе һаҡлау кеүек көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала килә.
Киң күңелле, талантлы, үҙ районын һәм халҡын яратҡан, ваҡыт менән иҫәпләшмәгән, тынғыһыҙ журналистар ғына бай эстәлекле, уҡымлы гәзит ижад итә ала, тиһәң бер ҙә хата булмаҫ. Редакцияла бөгөн дә эшһөйәр, үҙ эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Ҡәләмдәре инде шымарған мөхәррир урынбаҫары Таңһылыу Баһауетдинова, хаттар бүлеген етәкләүсе Әлфинә Юлсурина, фотохәбәрсе Булат Тимергәлиев, журналистар Гөлүзә Хафизова һәм Айгүзәл Уразаева, гәзитте версткалаусы Алһыу Хәсәнова, реклама буйынса белгес (бухгалтер вазифаһын башҡарыусы) Сөмбөл Мырҙағолова, хеҙмәткәрҙәрҙе кәрәкле урынға алып йөрөүсе водитель Иршат Сәитбаталовтарҙан торған ижади коллектив гәзитте нәшер итеп, уның һәр һаны үҙ уҡыусыларына ваҡытында барып етһен өсөн бар тырышлаған һала.
Матбуғат көнө – журналистарҙың, гәзит һәм журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәренең, матбуғат баҫмалары нәшер итеүселәрҙең, полиграфия хеҙмәткәрҙәренең һәм матбуғат баҫмаларын таратыуға өлөш индереүселәрҙең уртаҡ байрамы ул.
Барлыҡ коллегаларыбыҙҙы һәм ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайбыҙ! Ҡәләмдәребеҙ үткер, фекерҙәребеҙ тос, һүҙҙәребеҙ ғәҙел, аяҡтарыбыҙ йүгерек, күңелдәребеҙ күтәренке булһын, ҡәләмдәштәр!
Шулай уҡ матбуғатҡа тоғро ҡалған, ошо 90 йыл эсендә гәзит менән бергә булған, яҙылған һәм көтөп алған, ҡыҙыҡһынып, яратып уҡыған барлыҡ уҡыусыларыбыҙға, дуҫтарыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Барығыҙҙың да йорттарына ҡот һәм бәрәкәт. Киләсәктә лә бергә булайыҡ!