«Таң» гәзитенә лә 10% ташлама менән яҙылырға мөмкин.
Декада осоронда редакцияла яҙылыусылар өсөн:
- гәзитте редакциянан килеп алыу юлы менән яҙылыу -678 һум,
- район үҙәгендә ойошма-учреждениеларға илтеп биреү юлы менән яҙылыу - 720 һум.
Почта бүлексәләрендә “Таң” гәзитенә ярты йылға 1084 һум 86 тингә яҙылырға мөмкин, ә бер йылға яҙылыусыларға ташлама ҡулланылмай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика, район, район-ара һәм ҡала гәзит-журналдарына төрлө ысул менән һәм төрлө ваҡытҡа почта бүлексәләре аша йәки онлайн-сервис ярҙамында яҙылырға мөмкин. Һуңғыһы менән rbsmi.ru сайтында файҙаланыу өсөн “Подписка” бүлегендә (rbsmi.ru/catalog/po...) гәзит йәки журналдың баҫма йәки электрон вариантын һайларға һәм тултырырға ғына кәрәк.
Республиканың төрлө тарафтарында йәшәүсе бөтә яҙылыусылар ҙа бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә.
Приздар уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн ике баҫмаға - бер район баҫмаһына һәм бер республика баҫмаһына яҙылырға һәм 2026 йылдың ғинуар айына тиклем квитанциялар менән конкурста ҡатнашыу тураһындағы заявкағыҙҙы podpiska@rbsmi.ru электрон адресына йәки түбәндәге адрес буйынса «Подпишись и выиграй» билдәһе менән ебәрергә генә кәрәк:
450079, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, АО ИД «Республика Башкортостан», каб.212
Яҙылығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ, дуҫтар!