Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Март , 11:25

Гәзиткә яҙылғандар һәм ҡар таҙартыу ҡорамалы отҡандар

Баймаҡтан Венер Абдрахмановтың ғаиләһе 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына «Баймакский вестник» һәм «Йәшлек» гәзиттәренә яҙылып, ҙур бүләк отто.

Гәзиткә яҙылғандар һәм ҡар таҙартыу ҡорамалы отҡандар
Гәзиткә яҙылғандар һәм ҡар таҙартыу ҡорамалы отҡандар

Үткән йыл аҙағында «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто «Яҙыл һәм бүләк от!» акцияһын иғлан итте. Уйында ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына ике һәм унан да күберәк баҫмаға яҙылыу квитанцияларының күсермәләрен ебәрергә кәрәк ине.

Баймаҡтан Венер Абдрахмановтың ғаиләһе 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына «Баймакский вестник» һәм «Йәшлек» гәзиттәренә яҙылып, ҡар таҙартыу ҡорамалы отто. Был ике баҫма күп йылдар Абдрахмановтар ғаиләһенең тоғро дуҫтары булып тора. Ир ДОСААФ-тың Баймаҡ бүлексәһендә инструктор булып эшләй. Уның һүҙҙәренсә, ойошмала ваҡытлы баҫмаларға коллектив менән яҙылыу йолаһы барлыҡҡа килгән.

- Гәзиттән ҡалабыҙ тормошо, уның тарихы, яҡташтарыбыҙ яҙмышы хаҡында барыһын да белеп барабыҙ. Районда спорт, сәйәсәт, ижад һәм башҡа темаларға яҙмалар табырға мөмкин. Был баҫма беҙҙең өсөн, уҡыусылар өсөн бик ҡиммәтле.

Ғаилә шәхси йортта йәшәй, унда өс бала үҫә. Еңеүсенең ҡатыны Елена Викторовна әйтеүенсә, ҡар таҙартыу машинаһы хужалыҡта бик урынлы буласаҡ.

- Район гәзитенә һәр ваҡыт яҙылабыҙ. Миңә бында эргә-тирәлә йәшәгән кешеләр, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары һәм мауығыуҙары, таланттары һәм яҙмыштары тураһында яҙмалар оҡшай. Хатта гәзиттәге иғландар ҙа ышаныслыраҡ, мутлашыусыларға эләкмәҫеңде белеп тораһың, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Елена.

Еңеүселәрҙе ҡотларға Һәм ҡиммәтле бүләк тапшырырға Баймаҡ районы башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов килде.

- Баймаҡтарҙың район һәм республика баҫмаларына әүҙем яҙылыуы ҡыуаныслы. Хәҙерге ваҡытта ышаныслы һәм асыҡ мәғлүмәт баҫылған сығанаҡтар булыуы мөһим. Техника оҙаҡ һәм өҙлөкһөҙ хеҙмәт итһен, - тип билдәләне Фәнил Рәмил улы, еңеүсене ҡотлап.

Абдрахмановтар приздан ҡәнәғәт ҡалды. Гәзиттәргә яңы темалар, идеялар, тоғро яҙылыусылар һәм сәскә атыуҙарын теләнеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто яҙылыу кампанияһы осоронда яҙылыусылар өсөн конкурстар үткәрә. Теләгән һәр кем яҙылыу тураһында квитанцияның күсермәһен ебәрә һәм ҡиммәтле бүләктәр ота ала.

Баймакский вестник

Земфира Ахтямова

 

Гәзиткә яҙылғандар һәм ҡар таҙартыу ҡорамалы отҡандар
Гәзиткә яҙылғандар һәм ҡар таҙартыу ҡорамалы отҡандар
Автор:
Читайте нас: