Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Ғинуар , 09:50

"Йәншишмә" лауреаттар араһында беҙҙең дә хеҙмәттәшебеҙ бар

"Йәншишмә" менән хеҙмәттәшлек иткән, матур-матур шиғырҙары менән уҡыусыларҙы ҡыуандырған һәм гәзитте таратыуҙа әүҙемлек күрһәткән райондашыбыҙҙы лауреаттар араһында күреүебеҙгә шатбыҙ. Ҡотлайбыҙ!

"Йәншишмә" лауреаттар араһында беҙҙең дә хеҙмәттәшебеҙ бар
"Йәншишмә" лауреаттар араһында беҙҙең дә хеҙмәттәшебеҙ бар

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ЮНЫСОВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, йәмә­ғәт эшмәкәре – гәзитебеҙгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған «Ҡулъяулыҡ» акцияһын үткәреүҙә ярҙам иткәне өсөн;
Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы ҠОТЛОГИЛДИНА, гәзитебеҙҙең ветераны, танылған шағирә, билдәле журналист – махсус хәрби операция яугирҙарына арналған «Ҡулъяулыҡ» акцияһын ойоштороуҙа ҡат­нашҡаны, билдәле шәхестәр тураһындағы мәҡәләләре өсөн;
Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәр­сеһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған «Ҡулъяулыҡ» акцияһына уҡытыусы һәм уҡыусыларҙы йәлеп итеп, ҙур изге эш башҡарған өсөн;
Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ӘЛИБАЕВА, «Башбланкиздат» йәм­ғиәте директоры – гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булғаны, «Йәншишмә» гәзите призына республика саңғы ярыштарын үткәреүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн;
Факил Сәлих улы МЫРҘА­ҠАЕВ – гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булғаны, баҫмабыҙҙа сыҡ­ҡан тәржемә әҫәрҙәре, «Йәншишмә»беҙгә ярҙам күрһәткәне өсөн;
Айһылыу Рәжәп ҡыҙы ҒАРИФУЛЛИНА, Бөрйән районының «Таң» гәзите журналисы, танылған шағирә – редакция менән хеҙмәттәшлек иткәне һәм гәзитебеҙҙе таратыуҙа әүҙемлек күрһәткәне өсөн;
Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы ҺАТЛЫҠОВА, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы – гәзитебеҙҙе таратыуҙа ярҙамы өсөн;
Юлдаш Хәйҙәр улы ӘХТӘМОВ, гәзитебеҙҙең яуаплы сәркәтибе – баҫмабыҙҙың «Мәктәптәр. Ҙур үҙгәрештәр» проектын әҙерләгән өсөн.

"Йәншишмә" лауреаттар араһында беҙҙең дә хеҙмәттәшебеҙ бар
"Йәншишмә" лауреаттар араһында беҙҙең дә хеҙмәттәшебеҙ бар
Автор:
Читайте нас: