Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Октябрь 2023, 14:50

Гәзит-журналдарға яҙылайыҡ!

2024 йылдың тәүге яртыһына һәм 2024 йылға тулыһынса гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. Республика, район, район-ара һәм ҡала гәзит-журналдарына төрлө ысул менән һәм төрлө ваҡытҡа яҙылырға мөмкин.

Гәзит-журналдарға яҙылайыҡ!
Гәзит-журналдарға яҙылайыҡ!

Яратҡан баҫмағыҙға, шул иҫәптән районыбыҙҙың “Таң” гәзитенә лә, ғәҙәти ысул менән почта аша яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ, өйҙән сыҡмай ғына, бер нисә минут эсендә онлайн яҙылырға була.

Почтаның яҙылыу агентлығында 6 меңдән ашыу, шул иҫәптән Рәсәйҙең төрлө халыҡтары телдәрендәге баҫма иҫәпләнә. Баҫмалар араһында - ижтимағи-сәйәси, күңел асыу һәм тар махсуслаштырылған гәзит-журналдар.

Үҙең теләгән баҫмаға Рәсәй почтаһы сайтында йәки мобиль ҡушымтаһында, почта бүлексәләрендә йәки почтальонды өйгә, йә булмаһа, эш урынына саҡыртып яҙылырға мөмкин.

Онлайн яҙылыу сервисы менән rbsmi.ru  сайтында файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн “Подписка” бүлегендә (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska ) гәзит йәки журналдың баҫма йәки электрон  вариантын  һайларға һәм тултырырға ғына кәрәк. Электрон баҫма шәхси кабинетығыҙға киләсәк.

2024 йылдың 1-се ярты йыллығына "Таң" гәзитенә почта бүлексәләре аша яҙылыу хаҡтары:

1 айға- 184,59 һум,   6 айға -1107,54 һум,  1 йылға - 1994,28 һум;

Льгота менән ҡулланыусыларға:

1 айға -  172,47 һум, 6 айға  - 1034,82 һум, 1 йылға - 1848,94 һум.

Бынан тыш район үҙәгендә йәшәүсе уҡыусыларыбыҙ гәзитебеҙгә редакциянан килеп алыу юлы менән дә яҙыла ала.  Ә ойошма-учреждениеларҙан редакция аша яҙылыусыларға гәзитте эш урынына илтеп биреү мөмкинлеге бар.  Хаҡтары:

Редакциянан гәзитте килеп алыу – 630 һум,  илтеп биреү – 660 һум.

Йылдағыса “Таң” гәзитенә яҙылыусылар араһында конкурстар уҙғарасаҡбыҙ. Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн гәзиткә кәмендә 6 айға яҙылырға кәрәк.

Гәзиткә яҙылыу һәм уйында ҡатнашыу шарттары тураһында 89053544495, 3-52-85 телефондарына шылтыратып белешергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас: