Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Сентябрь 2023, 10:48

Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы старт алды

1 сентябрҙән 2024 йылдың тәүге яртыһына һәм 2024 йылға тулыһынса гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Республика, район, район-ара һәм ҡала гәзит-журналдарына төрлө ысул менән һәм төрлө ваҡытҡа яҙылырға мөмкин.

Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы старт алды
Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы старт алды

Яратҡан баҫмағыҙға, шул иҫәптән районыбыҙҙың “Таң” гәзитенә лә, ғәҙәти ысул менән почта аша яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ, өйҙән сыҡмай ғына, бер нисә минут эсендә онлайн яҙылырға була.
Онлайн яҙылыу сервисы менән rbsmi.ru сайтында файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн “Подписка” бүлегендә (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska) гәзит йәки журналдың баҫма йәки электрон вариантын һайларға һәм тултырырға ғына кәрәк. Электрон баҫма шәхси кабинетығыҙға киләсәк.

2024 йылдың 1-се ярты йыллығына "Таң" гәзитенә почта бүлексәләре аша яҙылыу хаҡтары:

1 айға- 184,59 һум, 6 айға -1107,54 һум, 1 йылға - 1994,28 һум; льгота менән ҡулланыусыларға: 1 айға- 172,47 һум, 6 айға -1034,82 һум, 1 йылға -1848,94 һум.

Бынан тыш район үҙәгендә йәшәүселәр гәзитебеҙгә редакциянан килеп алыу юлы менән дә яҙыла ала.

Белешмә өсөн: телефондар: 89053544495, 3-52-85

Социаль селтәрҙәге төркөм: https://vk.com/tan_gazite 

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: