+12 °С
Болотло
"Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге" директоры, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Айгиз Шәрипов та изге акцияға ҡушылды - бер ғаиләне "Таң"лы итте. Башҡаларҙы ҡыуандырған райондашыбыҙҙың үҙенә лә шатлыҡлы көндәр теләйбеҙ, изге ғәмәлдәре дауамлы булһын. Эстафетаны ул артабан Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәксеһе Руслан Денисламовҡа тапшырҙы.
Хөрмәтле райондаштар, “Һәр өйгә - «Таң» гәзите!” акцияһында һәр кем ҡатнаша ала. "Таң"ды яратҡан, әммә ниндәйҙер сәбәптәр менән гәзиткә яҙыла алмағандарҙы киләһе ярты йылға яҙҙыра алаһығыҙ.