Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Июнь 2022, 17:10

Журналистар яңы эш алымдарын өйрәнә

”Мәскәү Медиа” акционерҙар йәмғиәте социаль медиа хеҙмәте етәксеһе Марина Сезинаның оҫталыҡ дәресе эшкә яңы этәргес бирҙе.

Журналистар яңы эш алымдарын өйрәнә
Журналистар яңы эш алымдарын өйрәнә

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында уҙғарылған “Медиайыйын” форумы барышындағы оҫталыҡ дәрестәрендә лә кеше күп булды. Бындай сараларҙың береһе “Digitall шарттарында төбәк киң мәғлүмәт саралары өсөн яңы ысынбарлыҡ саҡырыуы” темаһы буйынса ойошторолдо.

“Рәсәй 1” яңы медиателеканалы хеҙмәте начальнигы, ”Мәскәү Медиа” акционерҙар йәмғиәте социаль медиа хеҙмәте етәксеһе, Телевидение һәм мәғлүмәт проекттары берләштерелгән департаменты етәксеһе урынбаҫары Марина Сезинаның һанлы мөхит шарттарында эшләү буйынса сығышы журналистарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

"Бөгөнгө оҫталыҡ дәресенең маҡсаты ябай – төбәктәрҙәге коллегаларға Диджитал шарттарында үҙеңдең эшеңде үҫтереү тураһында һөйләү. Сөнки бөгөн ул - аудитория менән бәйләнештең, аралашыуҙың төп майҙансыҡтарының береһе. Был сығыштар төбәк медиаларының үҫешенә яңы этәргес бирер тип уйлайым. Ғөмүмән, республика Башлығы ҡатнашлығында ошондай медиафорумдар уҙғарылыуы бик тә кәрәкле. Был төбәк киң мәғлүмәт саралары үҫешенә ныҡлы йүнәлеш бирә", - тине ул.

Шулай уҡ Марина Владимировна интернет ҡолас йәйгән заманда баҫма матбуғат сараларына ла үҙенең кәңәштәрен әйтте. "Баҫмаларға тәүге сиратта һанлы мөхиткә инеп, шунда үҙеңдең аудиторияңды туплауға иғтибар йүнәлтеү мөһим", - тине ул.

Әлеге осрашыуҙа журналистар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап тапты.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-06-07/zhurnalistar-ya-y-esh-alymdaryn-yr-n-2833639

Автор:
Читайте нас: