Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
25 Октябрь , 10:50

Инклюзив йүнәлештәге мода менән таныштырҙылар

Өфөлә барған “Кәртәләрҙе емереп” III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһендә инклюзив мода менән таныштырҙылар.

“Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы ла, күркәм дә кейем табыуы ҡатмарлы. Форумда улар өсөн махсус тегелгән модалы кейемдәр күрһәтелә”, – тине “Әсә йөрәге” әсәйҙәр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова.

Сарала 20 йылдан ашыу ортопедик аяҡ кейеме һәм адаптив кейем етештереү менән шөғөлләнеүсе “Ортомода” компанияһы (Мәскәү ҡалаһы) коллекцияһы менән таныштырҙылар.Был кейемдәр бик уңайлы - улар хәрәкәтте сикләмәй, тәнде ҡыҫмай, бик уңайлы, йылы һәм матур, ел-ямғыр үткәрмәй.

– Яңы коллекция “Көҙҙөң сағыу төҫтәре” тип атала, – ти компанияның сауҙа бүлеге етәксеһе Алиса Шувалова. Шишмә районынан Лилиә Баишева, Роза Гәрәева, Октябрьский ҡалаһынан Алена Лаур, Өфө ҡалаһы Дим биҫтәһенән Анастасия Бестужева (Сорока) һәм башҡалар ҙур ихласлыҡ менән коллекция өлгөләрен күрһәтте.

"KLASS" мода театрының бәләкәй моделдәре-волонтерҙары сығышы сараға йәм өҫтәне. “Аҡтырнаҡ” ярҙамсы эттәр хужалары клубының “Кеше һәм эт” тигән проекты ла  ҡыҙыҡһыныу уятты.

 

Александр Королев фотолары.

 

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-10-24/inklyuziv-moda-nind-y-ul-3982851

 

 

Инклюзив йүнәлештәге мода менән таныштырҙылар
Инклюзив йүнәлештәге мода менән таныштырҙылар
Автор:
Читайте нас: