Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
25 Октябрь , 11:30

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе хәстәрләп

III “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” Бөтә Рәсәй форумы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялауға арналған.

Сарала ошо өлкәләге һуңғы йылдарҙа уйлап сығарылып эшләнгән ҡорамалдар тәҡдим ителә, “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар ойошторола, килешеүҙәр төҙөлә.

2021 йылдың авгусында “Ишембай машиналар эшләү заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансыҡтарының береһендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн күп функциялы, уңайлы сит илдәге аналогтарынан ҡалышмаған коляскалар етештереү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

– Был коляскаларҙы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙә етештерелгән коляскаларҙы үҙең өсөн уңайлы итеп көйләп була. 2015 йылда йәрәхәтләнгәйнем, спортсы булараҡ, тырыштым һәм үҙем, башҡалар өсөн уңайлы коляска уйлап таптым, - тип белдерҙе “Ишембай машиналар төҙөү” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белгесе Мехроб Назаров.

Завод етәксеһе Кирилл Данилин әйтеүенсә, Мехроб Рөстәм улы тормош һынауҙарын еңергә тырышҡан, спорт яратҡан кеше булараҡ, коляскаларҙың еңел, уңайлы, шәхсән ҡулланыусының талаптарына тура килтерерлек итеп эшләү өсөн үҙенең уй-фекерҙәрен әйтә һәм уларҙы етештереүҙә файҙаланырға тырышалар. 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе хәстәрләп
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе хәстәрләп
Автор:
Читайте нас: