Һәр кем махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәргә үҙ ярҙамын күрһәтергә ынтыла. Хәҙер райондағы ирекмәндәр хәрәкәте Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы тип атала. Штабтың ҡаҙнасыһы – Гөлнара Хәкимова.
Район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев әйтеүенсә, махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәргә район халҡы ярҙамы менән 9 автомашина, 3 тағылма мунса, буржуйка мейестәре, генераторҙар, автомобиль запчастәре, бысҡылар, газ горелкалары, рациялар, биноклдәр, газ баллондары, берцылар, күҙлектәр, бирсәткәләр, һыу бактары, эске кейемдәр һәм башҡа көндәлек кәрәк-яраҡтар оҙатылған. Унан тыш, 174 маскировка селтәрҙәре, 700 блиндаж шәме эшләнгән. Ҡалай банкаларҙы халыҡ бөгөн дә йыйыу өҫтөндә. 3 бармаҡлы йылы бирсәткәләр бәйләүгә лә дәррәү тотондолар.
Шулай уҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүселәр ҙә бар арабыҙҙа. Яҡшылыҡ эшлә лә – һыуға ташла, тип шым ғына изгелек ҡылыусылар ҙа етәһе.
Һыналыш осоронда берҙәмлек һәм теләктәшлек өлгөһө күрһәтә район халҡы. Бөрйәндәр – бер йәндәр!