Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Сентябрь , 11:24

Бөгөн - милли кейем көнө!

Милли кейем – ул халҡымдыңСағылышы, йөҙө.Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте,Сәсәнлеге, һүҙе.

Бөгөн - милли кейем көнө!
Бөгөн - милли кейем көнө!

Ҡыҙҙарының гүзәллеге,
Ир-атының сәме.
Ағинәйҙәр аҡылы ла,
Аҡһаҡалдар ғәме.
Милли кейем – ул халҡымдың
Ҡабатланмаҫ йәме.
Бал-ҡорото, сәк-сәгенең,
Ҡымыҙының тәме.
Меңдәр янында танытҡан
Рух осошо, йәне.
Һаҡла, халҡым, үҙ йөҙөңдө,
Һис таплама, йәме!
Милли кейем – ул халҡымдың
Еҙ ҡурайҙар моңо.
Уралтауы, Шүлгәнташы,
Аҡ ҡылғандар сыңы.
Һомайғоштоң ҡөҙрәте лә,
Аҡбуҙаттың һыны.
Быуаттарҙан ауаз һалған
Ата-баба тыны.
Киләсәккә бурысыбыҙ –
Беҙ һаҡлайыҡ уны.
Милли кейем – бөйөк биҙәк,
Онотмайыҡ шуны!


Айзилә Мортаева.

Бөгөн - милли кейем көнө!
Бөгөн - милли кейем көнө!
Бөгөн - милли кейем көнө!
Бөгөн - милли кейем көнө!
Бөгөн - милли кейем көнө!
Автор:
Читайте нас: