Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Июнь , 16:59

Бейеүселәр ал бирмәй

Яңы Усман мәҙәниәт йортоноң “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбле “Мин яратам һине, тормош” республика фестивалендә ҡатнашып, ансамблдәр араһында 1-се урын яуланы! Ансамблде мәҙәниәт йорто етәксеһе Ш. Мәзитов етәкләһә, бейеүҙе А. Дауытова ҡуйған.

Бейеүселәр ал бирмәй
Бейеүселәр ал бирмәй

Оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән ижади бәйгене Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора. Фестиваль өлкән быуындың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү, интеллектуаль һәм ижади потенциалын мәҙәниәттә ҡулланыу һәм, әлбиттә, талантлыларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелә.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: