Яҙыусының эш ҡоралы-
Аҡ ҡағыҙ менән ҡәләм.
Яратҡан языусыларға
Әбйәлилдәрҙән сәләм!
90 йәш тә тулған икән
Һеҙҙең союзығыҙға.
Өмөтлө һәм тура булһын
Алдағы юлығыҙ ҙа.
Ихтирамға, данға лайыҡ
Яҙыусы тигән исем:
Халҡым, илем, телем,- тиеп,
Янып йәшәгән өсөн.
Һеҙҙең китаптарҙы уҡып,
Йәшәргә өйрәнәбеҙ.
Яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа —
Ынтылабыҙ үргә беҙ.
Һеҙҙең фәһемле китаптар--
Ғүмерлек дуҫтарыбыҙ.
Йөрәктәргә дәрт өҫтәһен
Гел илһам уттарығыҙ.
Китап яратҡан кешенең
Аңы зирәк, күп белә.
'Китап байрамы" тип үтә
Ҙур тантана Өфөлә
Әбйәлилдә лә үтер ул
Гөрләп китап байрамы.
Беҙҙә китап һөйгәндәр ҙә,
Әҙиптәр ҙә бар әле.
Йыр-таҡмағыбыҙ күп тә ул,
Етеп торор әлегә.
Илһамығыҙ дөрләп китер,
Килегеҙ Әбйәлилгә!
Автор:
Гөлфиә Юнысова- Иҙҽлбаҽва
Башҡортостандың халыҡ шағиры, РФ һәм РБ атҡаҙанған мәҙәниәт хҽҙмәткәрҽ, Һәҙиә Дәүләтшина исҽмҽндәгҽ дәүләт прҽмия лаурҽаты, Салауат Юлаҽв ордҽны кавалҽры байрамға арналған таҡмаҡтары.