Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Апрель , 11:10

“Бейеүсе булыр өсөн талант ҡына етмәй”

29 апрель - Халыҡ-ара бейеү көнө. Бейеү халыҡ тарафынан бик яратып ҡабул ителгән сәнғәт төрө. Был сәнғәттең район халҡы күңелендә һөйөү яулауына “Самрау”, “Ялҡын”, “Осҡон” һәм башҡа бейеү ансамблдәренең, яңғыҙ башҡарыусыларҙың төрлө мәҙәни сараларҙа оҫта сығыш яһауҙары булышлыҡ итә. Балаларҙың күңелендә бейеүгә һөйөү уята белгән, үҙҙәренең ваҡыттарын, көстәрен йәлләмәй, барлыҡ тырышлыҡтарын һалып улар менән шөғөлләнгән уҡытыусылар ҙур хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ.

“Бейеүсе булыр өсөн талант ҡына етмәй”
“Бейеүсе булыр өсөн талант ҡына етмәй”

Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенең хореография уҡытыусыһы Нәйлә Нурдәүләтова өҫтә атап үтелгән ансамблдәрҙең етәкселәренең береһе. Бәләкәйҙән бейергә яратһа ла, тап ошо өлкәлә уҡытыусы булып китеүе осраҡлы ғына килеп сыға.

Нәйлә – Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы. Башланғыс синыфтарҙа уҡыған ваҡытында район үҙәгенә бейеү буйынса уҡытырға  Айгизә Вәлит ҡыҙы Дауытова килә. Иң тәүҙә эшен мәктәптән башлай - бейеү түңәрәгенә балалар йыя. Ошо түңәрәктә шөғөлләнә башлаған Нәйлә ҡалған уҡыусылар менән бер рәттән сәнғәт мәктәбенең бейеү класына уҡырға алына, “Осҡон” бейеү ансамбленә йөрөй башлай. 2010 йылда “Ялҡын” бейеү ансамбле барлыҡҡа килгәс, уның тәүге бейеүселәре составына инә. Ансамбль 2 йыл эсендә “халыҡ” исемен алыуға ирешә.

Бейеү үҙенең булмышы икәнен аңлаһа ла, мәктәпте тамамлағас, был өлкәне һайларға ҡыймай, Өфө дәүләт авиация университетының “Информатика һәм робототехника” факультетына уҡырға инә. Бейеүгә булған ынтылышын байрамдарға, каникулдарға ҡайтҡан ваҡытында концерттарҙа ҡатнашып баҫа. Ҡулына диплом алғас, водитель таныҡлығы алыу маҡсаты менән район үҙәгендәге һөнәрселек училище-һында уҡый башлай. Бейеүсе ҡыҙҙың ауылда икәнен ишетеп, “Самрау” бейеү ансамбленә саҡыралар. Ансамбль менән “Байыҡ” республика телевизион конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен яулайҙар, “халыҡ” исемен алалар. Үҙ-үҙенә ышанысы артҡан һәләтле ҡыҙ 2020 йылда Стәрлетамаҡ бейеү театрына эшкә урынлаша. Тик, ковид менән ауырып китеү сәбәпле, ауылға ҡайта. Уның ҡайтыуы сәнғәт мәктәбенең бейеү буйынса уҡытыусыларға ҡытлыҡ кисергән осорона тура килә - хореограф итеп эшкә саҡыралар. Тәүге көндәрендә үҙенең уҡытыусылары менән бер рәткә баҫыу тулҡынландырһа ла, берҙәм, татыу коллективҡа тиҙ өйрәнә, уның айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнә.

Әлеге көндә Нәйләнең ҡулы аҫтында 6 синыф уҡыусылары бейеү серҙәренә өйрәнә. Балаларға 1-се синыфтан гимнастика, ритмика дәрестәрен уҡытып, яйлап классик, халыҡ бейеүҙәре, бейеү ҡуйыу дәрестәрен индерә. Үҙ эшен яратып, бар күңелен һалып башҡарған уҡытыусының дәрестәренә уҡыусылары бик теләп, әүҙем йөрөй.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “Йәшлек” бейеү ансамблен булдырып, төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнаштыра. Әле коллективтың өлкән һәм бәләкәй төркөмө бар. Киләсәктә халыҡ исемен алырға ынтылалар. Тырыш ҡыҙ А.Дауытова менән бергәләп әле генә үҙе теләп йөрөгән “Ялҡын”, “Самрау” халыҡ бейеүҙәре ансамблдәрен етәкләй.

“Бейеүсе булыр өсөн талант ҡына етмәй, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм күп көс түгергә кәрәк. Бейеүгә ынтылышым бәләкәйҙән булһа ла, был һөнәргә урау юл менән килдем. Минең һәр ҡарарымды хуплап, мине күтәрмәләп тороусы әсәйемә рәхмәт. Ул минең иң яҡын таянысым, бар шатлыҡ-хәсрәтемде уртаҡлашыусым. Әле бына сығыш өсөн костюмдар кәрәк булғас, бергәләп кескәй бейеүселәремә итәктәр тектек”, - ти Нәйлә.

Мөләйем уҡытыусы сәхнәгә сығарыу өсөн бейеүҙәрҙе уҡыусыларына үҙе һала, интернатта ятып уҡыусы балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Үҙе лә бейеүҙәр өйрәнеп, төрлө сараларҙа сығыш яһай. Уның репертуарында “Заһиҙә”, “Оҙон сәс”, “Хан ҡыҙы” кеүек лирик бейеүҙәр бар.

Районда бейеү сәнғәтен тейешле кимәлдә тотор өсөн күп көс һалған, бейеү ансамблдәре менән даими уңыштарға ирешкән тырыш бейеүсе ҡыҙҙың ҡаҙаныштары бик ҡыуандыра. Балаларҙың күңеленә бейеү менән бергә рух һалған уҡытыусылар барҙа халыҡ бейеүҙәре, халыҡ йолалары онотолмаҫ.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: