Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Декабрь 2023, 15:20

Башҡорт теле көнөндә Радий Хәбиров Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды

14 декабрҙә Өфөлә Башҡорт теле көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күренекле милли шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды.

Башҡорт теле көнөндә Радий Хәбиров Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды
Башҡорт теле көнөндә Радий Хәбиров Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды

Аҡмуллаға һәйкәл уның исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы скверҙа 2008 йылда ҡуйылды. Композицияның авторҙары - архитектор Дамир Мәғәфүров һәм скульптор Владимир Дворник. Монумент кешеләр йәнәш ултыра алһын өсөн улар менән бер кимәлдә урынлаштырылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән ошо датаны билдәләне. Байрам XIX быуаттың билдәле шағир-мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола.

Үҙенең ижады менән ул Башҡортостандың мәғариф һәм милли әҙәбиәт үҫешенә етди йоғонто яһаны. Был көндө республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында аң-белем таратыу һәм мәҙәни-ял саралары уҙа.

Башҡорт теле көнөндә төбәк етәксеһе Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә гранттар конкурсы еңеүселәренең береһе - «Һомай» аҡыллы колонкаһы хаҡында һөйләне. Ул ҡулланыусы менән рус һәм башҡорт телдәрендә аралаша ала.

- Уҡырға, бигерәк тә туған телде һәм мәҙәниәтте яратырға мәжбүр итергә ярамағанлығына ныҡ ышанам. Ләкин уҡытыу процесын заманса методика һәм технологияларҙы файҙаланып, ҡыҙыҡлы һәм бик мауыҡтырғыс итергә мөмкин, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Бөгөн Башҡортостанда Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Башҡортса һөйләшкән, телде үҙе өйрәнгән һәм башҡаларҙы ла өйрәткән кешеләрҙе ҡотлайым. Байрам менән!

Глава Республики Башкортостан

 

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: