Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Сентябрь 2023, 16:00

Миҙалдар тапшырылды

Район мәҙәниәт һарайында ололар көнө айҡанлы матур сара үтте. Унда төрлө өлкәләрҙә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәр саҡырылғайны.

Миҙалдар тапшырылды
Миҙалдар тапшырылды

 Өлкән быуын вәкилдәрен район ветерандар Советы рәйесе О. М. Ғәлиев күркәм байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм Нәҙершина Зәйтүнә Рамаҙан ҡыҙына, Алтыншина Клара Ғәле ҡыҙына,  Мөхәмәтдинов Зәйнулла Хәтмулла улына “Хеҙмәт ветераны” миҙалдарын тапшырҙы. Шулай уҡ район ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Р.Ф.Салауатова, мәҙәниәт бүлеге начальнигы К.М. Теләүбаева ололарға ҡотлау һүҙҙәрен  еткерҙе. Сарала ҡатнашыусылар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концертты ҡарап ҡына ҡалманылар, үҙҙәре лә йырлап-бейеп, күңел асып ҡайттылар.

   Рәфис Мөстәхитдиновтың ҡурай моңдарына Фатима Ғәйнуллинаның өҙә баҫып бейеүе, Шәүрә Сәлихованың хисләндергес шиғыры, Рәзилә Иҫәнбаеваның моңло йыры, һәр сараның биҙәге булған “Мираҫ” халыҡ ветерандар ансамбленең сығышы, Рәшит Балдыбаевтың һыҙҙырып баянда уйнап, Зәйтүнә Нәҙершинаны йырлатыуы байрамға үҙенсәлек, йәм өҫтәне.

 

Миҙалдар тапшырылды
Миҙалдар тапшырылды
Миҙалдар тапшырылды
Миҙалдар тапшырылды
Миҙалдар тапшырылды
Миҙалдар тапшырылды
Миҙалдар тапшырылды
Миҙалдар тапшырылды
Миҙалдар тапшырылды
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: