Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2023, 10:35

25 МАРТ - РӘСӘЙҘӘ МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

25 МАРТ - РӘСӘЙҘӘ МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ
25 МАРТ - РӘСӘЙҘӘ МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

Ауылдың мәҙәни донъяһын, унда йәшәгән халыҡтың күңел зауығын мәҙәниәт усағы билдәләй. Мәҙәниәт йорто эшләй икән, тимәк, ауыл да йәшәй тигән һүҙ.

Һеҙ халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арындырып, уларҙың күңеленә рухи байлыҡ һалаһығыҙ, тормошобоҙға йәм, яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө өҫтәйһегеҙ. Бөрйән ере таланттарға бай, беҙ һәр ваҡыт мәҙәни тормоштоң төрлөлөгө һәм үҙенсәлеге менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ.

Һөҙөмтәле хеҙмәтегеҙ, мәҙәни традицияларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек, илһам һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади ҡеүәт теләйбеҙ!

Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас: