“Атайсал – кесе Ватан” проекты сиктәрендә үҙенең тыуған ауылы Ырғыҙлыға видеоҡоролма бүләк итте. Уға йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин шул көндө үк презентация эшләне. “Башҡортостан” киностудияһының йәнһүрәттәрен дә күрһәттеләр.
“Клубҡа балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫтәл уйындары бирҙек. 3 сәғәттән артыҡ беҙҙең музыканттар Ырғыҙлы ауылы халҡына open-air концертта шатлыҡ бүләк иттеләр. Түбәнге Ағиҙел урмансылығына - янғынға ҡаршы ранецтар, Ырғыҙлыға үтешләй, Ғәҙелгәрәй ауылына һуғылып, ундағы самауыр байрамын ҡараныҡ һәм ауыл клубына ике мандолина тапшырҙыҡ.
Ярҙамдары өсөн Урал Килсенбаев менән Ғәзиз Манаповҡа рәхмәт. “Атайсал – 2023”-тә осрашҡанға тиклем!”, тип яҙған министр үҙенең сәхифәһендә.
Яҡташтарын ярҙамынан ташламаған Әминә Ивний ҡыҙына – афарин!