Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Август 2022, 17:03

20 августа Хәйбулла районында йолаға әүерелгән «Бөйөк дала» рок-концерты үтә.

Сәхнәлә яңы композициялар һәм хиттар яңғыраясаҡ. Сара «Аҡъяр», «Рух», «Майҙан» рок-төркөмдәре ҡатнашлығында Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторола. 

20 августа Хәйбулла районында йолаға әүерелгән «Бөйөк дала» рок-концерты үтә.
20 августа Хәйбулла районында йолаға әүерелгән «Бөйөк дала» рок-концерты үтә.

Легендар «Дәрүишхан» рок төркөмө лә тыңлаусыларҙы үҙенең ижады менән шатландырасаҡ. Концерт киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әүәлерәк «Бөйөк дала» проекты фестиваль форматында үткәрелгәйне. Был уникаль сара беренсе йыл ғына башҡорт рок музыкаһы флагманы булып тормай, һәм бер-бер артлы үҙ ҡанаты аҫтында рок-төркөмдәрҙе һәм уларҙың тоғро тамашасыларын йыя.

Автор:
Читайте нас: