Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Август 2022, 16:32

Силәбенән тәүге башҡорт балалар рок-төркөмө «Zaman-2022» этно-фестивалендә сығыш яһай

6 августа Силәбе  өлкәһенең Метлино ҡасабаһында Көньяҡ Урал халыҡтары милли мәҙәниәтенең «Zaman-2022»  тәүге этно-фестивале ойошторола. Ҡатнашыусылар араһында Силәбе  өлкәһендә Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ҡарамағында ойошторолған “Башккорд”  башҡорт балалар рок-төркөмө лә бар.

Силәбенән тәүге башҡорт балалар рок-төркөмө «Zaman-2022» этно-фестивалендә сығыш яһай
Силәбенән тәүге башҡорт балалар рок-төркөмө «Zaman-2022» этно-фестивалендә сығыш яһай

Ҡатнашыусылар ике концерт номеры әҙерләгән. Уларҙың башҡарыуында Blur британ төркөмөнөң “Song 2” йыры башҡорт телендә яңғыраясаҡ. «Көҙ» авторлыҡ эше лә бар.

- Тәбиғәт һөйкөмлөлөгө, һәләте, ныҡышмалы эше һәм репетициялары ярҙамында ҡыҙҙар фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың йөрәген яулай алыр, тип ышанабыҙ. Һылыуҙарыбыҙ өсөн янып-көйәсәкбеҙ! Һеҙҙе лә башҡорт төркөмө өсөн көйәрмәнлек  итергә саҡырабыҙ! – тине Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Рушания Нишанова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башккорд төркөмө яңыраҡ ойошторолдо. Дүрт ай элек Алтынай Нишанова, Карина Бигилдина, Ләйсән Мөхәмәтйәнова һәм Асель Мөхәмәтйәнова гитарала уйнау буйынса беренсе дәрескә килгәйне. Курстар Башҡортостан Республикаһының  Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы ҡарамағында ойошторолдо.

Етәксеһе - өлкәләге билдәле музыкант Ришат Рәхимов. Ул балалар рок-төркөмөн ойошторорға тәҡдим итте. Бына шулай башҡорт аккорды - Башккорд барлыҡҡа килде. Бер нисә ай дәрестән һуң ҡыҙҙар тәүге йырҙарын яҙҙырҙы, клипта төштө.

Ришат Рәхимов әйтеүенсә, Башккорд башлыса автор репертуары менән сығыш яһаясаҡ. Башҡорттарҙың ҡатай ырыуы йәштәре съезы гимны -“Катай” йыры барлыҡҡа килгән дә инде.

Августа төркөм өлкәлә уҙғарылған башҡорт йыры конкурсында ҡатнашырға планлаштыра.

Ихтирам менән, БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәте

Автор:
Читайте нас в